Йәш шағирҙың ҡәбер ташында. Шәйехзада Бабич

Йәш шағирҙың ҡәбер ташында (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1916.


Йәш шағирҙың ҡәбер ташында


Ваҡлығы менән йыһандың ваҡһынаһым килмәне,
Ят үлемде ҡаршы алдым, ятһынаһым килмәне.

Донъяла йәнгә тыныслыҡ юҡлығын белгәс тамам.
Мин әле йәш, тип, үлемдән тартынаһым килмәне.

Тар ҡәберҙең ҡуйынына керҙем — ҡотолдом донъянан,
Сөнки биҙҙем донъянан, артыҡ тораһым килмәне.

Йәшләй үк керҙем ләхеткә, киң түшәкте тарһынып.
Төп ятаҡ булғанға ләхетем, тарһынаһым килмәне.


1916