Кил генә (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1979 йыл. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (18-се бит) ISBN 5-295-03798-3


КИЛ ГЕНӘ


Мөхәббәтем, тыуырмы ул көнөм,
Һине күреп, ҡалҡыр ҡояшым.
Мөхәббәтем, наҙлы ҡулдарыңдан
Ҡасан ғына бәхет ҡояһы?

Мөхәббәтем, мин көтөргә риза,
Тик барыбер кил һин, кил генә.
Мөхәббәтем, бөгөн был донъяла
Яңғыҙбыҙ тик һин һәм мин генә.




This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.