Кил һин миңә, яҡын дуҫым, бергә
Алып китәм һине серле илгә!
Ауыр булыр бит һуң һиңә, тимә,
Мин – сихырсы, тылсым серен беләм.
Беләм, һинең киләсәгең өсөн
Һуҡыр тингә тормай әрнеүҙәрең,
Ҡиммәте юҡ, ышан, бер тинлек тә
Өҙгөләнеү, һыҡтау, рәнйештәрҙең.
Һин – уйынсыҡ ҡына яһил йәнгә,
Шатлыҡ таба бит ул һинең йәштән.
Ҡанһыраған йәнде аулау еңел,
Улар өсөн әҙер йәлләү-йәтмә.
Кил яныма, бәхет серен асам,
Күҙҙәремә тура ҡарар булһаң:
Рәнйештәрең ҡасыр, йөрәгеңә
Бар донъяға етер һөйөү тулһа,
«Мин бит – Кеше!»– тиеп, сал бөркөттәй
Тормош ҡаяһынан ҡарап торһаң,
Ҡояш кеүек ҡайнар бәхетеңдең
Эҫелеген түңелеңдә тойһаң…
Кил яныма, асам бәхет серен!