Һары шиғыр

Һары шиғыр (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (49-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


ҺАРЫ ШИҒЫР


Һары ғына һары ҡояш ҡалҡа,
Һары тамсы тама ағастан,
Һары елдәр, гүйә, бар донъяны
Һары һағыш менән ялатҡан.

Көҙгө япраҡ, сысҡан балаһылай,
Тыпырсына елдең ҡулында,
Күҙҙе сағылдырып балҡып ала
Һуңғы тапҡыр ҡояш нурында.

Һуңғы тапҡыр...
Бәлки өҙөлмәҫ тә
Йәшәү һуты тулы ағастан, өмөттәрем тере.
Күңел генәм
Тоғро һөйөү эҙләп аҙашҡан...

Һары ғына һары ҡояш ҡалҡа,
Һары тамсы тама ағастан -
Һинең хыянатың бар донъяны
Һағыш һарыһына ялатҡан...



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.