Күңелһеҙ саҡта. Шәйехзада Бабич

Күңелһеҙ саҡта (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1913.



Күңелһеҙ саҡта


Юҡҡа сыҡҡан, юҡҡа икмәкте сереткән бәндә мин,
Бер зәгиф, көсһөҙ, һөнәрһөҙ, буйға бөткән бәндә мин.
Сәскә төҫлө күкрәп үҫкән иң ҡәҙерле саҡтарым
Бер ҙә юҡҡа алданып, тик исраф иткән бәндә мин.


1913