Көтмәҫтән. Шәйехзада Бабич

Көтмәҫтән (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. - Өфө: Китап, 1994. - 640 бит.



Көтмәҫтән


Уйламаҫтан, көтмәҫтән,
Шәйләмәҫтән-нитмәҫтән:
Башҡортостан буйында,
Урманында, ҡырында,
Үҙәгендә, һыртында,
Ҡултығында, соҡоронда,
Тау аҫтында, өҫтөндә,
Күкрәгендә, түшендә;
Туғайлыҡта, шырлыҡта,
Ҡайынлыҡта, таллыҡта;
Һыу буйында, йылғала,
Ҡамышлыҡта, күлдәрҙә...
Бик кинәттән, көтмәҫтән,
Бер ҙә һиҙмәҫ-нитмәҫтән
Булды бик ҙур үҙгәреш,
Йәмле шатлыҡ ҡуҙғалыш:

Ҡибла яҡтан ел иҫте,
Тулҡынланды күл өҫтө;
Бар ағастар шаулашты,
Сәләмләште, һаулашты;
Һөйөнөп торҙо үләндәр,
Йәшел бәрхәт сирәмдәр;
Гөл-сәсәктәр асылды,
Хуш еҫтәре сәселде;
Тау буйҙары алланды,
Бер илаһи йәмләнде...
Туғайлыҡтар йәшәрҙе,
Нур биҙәнде, яһанды;
Урман эсе гөрләне,
Япраҡтары йырланы;
Һыуҙар шарлап көлдөләр,
Таштар уйнап йөрөнөләр;
Урал тауы һөйөндө,
Өҫтөнә нур ҡойолдо;
Фәрештәләр төштөләр,
Урал өҫтөн ҡостолар,
Ҡыр байрамын күрҙеләр:
"Был ниндәй туй?" - тинеләр.

Яуап килде сәманан,
Ҡадир мотлаҡ Алланан:
"Башҡорт халҡы терелде,
Терелеү суры өрөлдө..."

Фәрештәләр һөйөнөшөп
Йырлап киттеләр осоп:
"Башҡортостан йәшәһен!
Башҡорт күрһен сафаһын..."