Көтәм. Шәйехзада Бабич

Көтәм (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1916.



Көтәм


Йөрөгән саҡта башҡорт туғайҙарын
Йәнем әллә ҡайҙа елкенә;
Ишеткәндә моңло ҡурайҙарын,
Йөрәгемә моңдар бөркөлә.

Тауҙарына менһәм, ҡырҙа йөрөһәм,
Балҡый йәннәт нуры — гөлөстан,
Меҫкен башҡорт ауылын килеп күрһәм,
Аңҡый хәсрәт, үлем — гүрестан.

Гүрестандай ғәмле ауылдарҙа
Ҡыбырлаша йәнле мәйеттәр,
Йәнле мәйеттәрҙең ғәмен көйләп,
Илап аға Һаҡмар, Яйыҡтар.

Янып-көйөп, бәғерем өҙгөләнеп,
Ләғнәт уҡыйым, кемгә — белмәйем,
«Килер микән аҡ көн беҙгә лә?» тип,
Уралҡайға ҡарап илайым.

Күрәм: үҙ олпатын боҙмай һаҡлап,
Урал ята әкрен, тын ғына;
Ала шунда йәнде тынлыҡ ҡаплап,
Килә башлай тәмле уй ғына...

Ишеткәндәй булам әллә ҡайҙан
Ырыҫ, бәхет, өмөт йырҙарын;
Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән,
Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын.


1916

Аңлатмалар Көтәм. Зариф Бәшириҙең хәтерләүенсә, был шиғырҙы «Тормош» газетаһының редакторы Закир Ҡадири башҡортса яҙылған көйө баҫыуҙан баш тарта, ә шағир: «Беҙҙең халыҡҡа ирекле көндәр килмәйенсә, был шиғыр донъя күрмәҫ, ахыры. Ә мин ул көндө көтәм!» — тип, редактор бүлмәһенән сығып китә (Зариф Бәшири. Эйе, ул хаҡлы ине. — «Совет Башҡортостаны», 1957, 12 декабрь). Әҫәр 1922 йылда «Әҙәби ярҙам мәжмуғаһы»ның икенсе китабында баҫылған, һайланмаларға индерелгән. 1958 йылғы башҡортсаһында һуңғы дүрт строфа төшөрөп ҡалдырылған.