Матур һындар. Шәйехзада Бабич

Матур һындар (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1916.



Матур һындар


Матур һындар, матур ҡыҙҙар, матур сыңдар,
Әйткән саҡта, исемегеҙ матур сыңлар.
Һеҙҙе күреп, йәмгә сумып, киттем иреп,
Аҡылһыҙҙар, аҡылһыҙ, тип баҡырһындар.

Ҡарап ҡарайыҡ: аҡыллылар нишләр икән,
Бар аҡылды көрәшергә саҡырһындар,
Ҡарап ҡарайыҡ: бер һылыуҙы еңер микән,
Сихри күҙҙән сихри уҡтар атылһындар.

Ҡыҙыл ирен бер йылмайһа, хоҙай шаһит,
Бөтә фекер әсир төшөр, аҡыл шөрләр.
Ике тәңре: әүүәле алла, икенсе — ҡыҙ,
Тимәһәгеҙ, билләһи, кафырһыңдар!

Көсөгөҙгә иман итеп, мин бағындым,
Йөрәгемә мөхәббәт һал, матур һындар?


1916