Мин китер саҡта. Шәйехзада Бабич

Мин китер саҡта (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич



Мин китер саҡта


Мин китер саҡта ғына һөйкөмлө күренә һәммә шәй*,
Барсаһы шат, барыһы яҡты, барыһы нурлы миҫле ай*!
һеҙ миңә бигерәк тә нур, бигерәк тә яҡтырған кеүек,
Бер ҡарашың — Исрафил илһам сурын өргән кеүек.
Бер танышта һеҙҙе мин ҡуйҙым күңелдең өҫтөнә,
Бер танышта һеҙҙе оҡшаттым ҡәҙерле дуҫыма!

Бер танышта һеҙгә бағланды күңелдән хөрмәтем,
Оҡшаны ҡәлбең, һүҙең һәм нурға сумған килбәтең!
Был рыяһыҙ бер генә ҡат һүҙҙәремде ит ғәфү,
Китһә кәйефең, янда йөрөтмә, ташла утҡа, ит мәхү*!

*Шәй — нәмә.
*Миҫле ай — ай һымаҡ.
*Ит мәхү — юҡ ит.