Минең фәрештәм. Шәйехзада Бабич

Минең фәрештәм (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1917.



Минең фәрештәм


Зәңгәр күҙкәйҙәрең зәңгәрләтеп,
Гүзәл ҡарай минең фәрештәм.
Аһ! Шул күҙҙәр миңә йәндән артыҡ,
Бәхет табам ҡарап тороштан.

Ебәк сәсен үргән ебәк тартып,
Фири заттар* уны үрешкән.
Елбеҙәкләп теккән зәңгәр бәрхәт
Зифа буйға бигерәк килешкән.

Һыҙылып төшкән нәҙек тылсым ҡашҡа
Ай нурҙары яуып һырышҡан,
Әллә ынйы, яҡут, әллә башҡа...
Теҙелеп төшкән тештәр бер иштән.

Һөйөнөп-һөйөнөп яна утлы йөрәк,
Бер һүҙ ҡатһа миңә һөйөнөстән,
Тауыштары уның аҫылыраҡ
Сылтырап аҡҡан көмөш инештән.

Фири заттар* кисен айға баҫып,
Наҙлыҡайым менән күрешкән.
Бер-береһенә шунда ялғанышып,
Ай нурына һарылып үбешкән.

Шуны күреп, күктә хури заттар
Ғишыҡ көйөн йырлап бейешкән,
Шуны ишетеп, ерҙә күбәләктәр,
Гөл сәсәктәр уйнап көлөшкән.

Зәңгәр күҙҙәренән шиғыр һибеп,
Көлөп тора минең фәрештәм,
Бер мин генә түгел, уны күреп,
Йыһан сәғәҙәткә* ирешкән.

*Фири заттар — бында: нәфис ҡыҙҙар.
*Хури заттар — бында: хур егеттәре.
*Сәғәҙәт — бәхет.