Миңә йүн, исмаһам. Шәйехзада Бабич

Миңә йүн, исмаһам (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1910. Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. - Өфө: Китап, 1994. - 640 бит.



Миңә йүн, исмаһам


Мин халыҡҡа аптыраймын:
            ниңә улар көн һанай?
Ник тарығалар?
          Уларға донъя бит бик киң һарай!

Нимәгә ашҡына улар, әйтсе әле,
                    был йүнме ни?
Аптыраймын, бит улар хөр,
                    һуң улар, ә минме ни?

Көн һанаһам һәм ашыҡһам,
                ул миңә йүн, исмаһам,
Бер ҙә ашыҡмаҫ инем мин,
                ситкә сығып китмәһәм.


1910