Мин тағы ла еләм

Мин тағы ла еләм (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (36-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


МИН ТАҒЫ ЛА ЕЛӘМ


Мин тағы ла еләм, еләм…
Тәгәрмәстәр «туҡ» та «туҡ»,
Туҡталыштар һайын көтәм,
Ә һин һаман юҡ та юҡ.

Тауыш  бирәм, ярһып болғай,
Поезд төтөн-яулығын,
Ишетмәйһең, күрмәйһең дә,
Берҙән-берем, яҡыным.

Тормош вагондарым елә
Яҙмыш тимер юлынан,
Был юлдарҙы үҙгәртергә
Килмәйҙер шул ҡулыңдан.

Ә мин еләм, илап-көләм,
Киләсәгемә барам,
Ә хыялдар, ымһындырып,
Юлдар ситендә ҡала.
Туҡталыш тулы яра…



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.