Ҡулдарымда ҡәләм, ишет әле, ғәләм,
Ҡәләмемдән тама моң ғына.
Яҙмышыма үҙем хужа, тиһәм,
Һөйөүемдә, ахыры, ҡол ғына.
Йөрәгемә аҡыл – теҙген, тиһәм,
Тәртә емерә бит хис-атым:
Йылдар көндәр кеүек елеп үтә,
Ғүмер сикле, тиеп, киҫәтеп.
Күңелемде биләй билдәһеҙлек,
Шик-шөбһәләр йөрәк кимерә,
Йәнем теләй, ас бер сабый кеүек,
Һөйөү-әсәй һөтөн имергә.
Йәнем теләй йәмгә ҡойонорға,
Наҙ һемергем килә күңелгә;
Йөрәгем – ҡош, осор һиңә генә,
Ҡарашыңдан һөйөү түгелһә…
Был ни хикмәт,
Йә, тәбиғәт, һин әйт,
Ниңә изге йәндәй күренәм?
Хис йомғағын ашығып һүткән һайын
Серҙәреңә нығыраҡ төрөнәм.
Ҡулдарымда ҡәләм, ишет әле, ғәләм,
Ҡәләмемдән тама моң ғына,
Яҙмышыма үҙем хужа, тиһәм,
Һөйөүемдә икән ҡол ғына…