Мин Ҡояшҡа китеп барам

Мин Ҡояшҡа китеп барам (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 23.12.2004.. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (55-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Мин Ҡояшҡа китеп барам


Мин тыуғанда, төндө еңеп,
Балҡып атҡан ине ал таң,
Тәүге шул таң нурын алып,
Мин Ҡояшҡа китеп барам!

Ғүмер юлым әрнеү тулы –
Йылмайырға көс-дәрт табам!
Һынауҙарға рәхмәт әйтеп,
Мин Ҡояшҡа китеп барам!

Теткеләнгән күңелемдән
Йөрәгемә ал ҡан тама –
Ҡан төҫө ул – таң төҫө тип,
Мин Ҡояшҡа китеп барам!

Дуҫтарымдың ҡулдарына
Уңала бит һәр бер ярам!
Яҡындарым фатихаһы –
Мин Ҡояшҡа китеп барам!

Изгелегем – һеҙгә бүләк –
Биргән һайын күберәк алам…
Иң бәхетле кеше мин ул –
Мин Ҡояшҡа китеп барам!

Йәшәү серен, тормош йәмен
Күңелеңдән эҙләп ҡара!
Теләйһеңме, киттек бергә:
Мин Ҡояшҡа китеп барам!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.