Мәрйәм сүрәһе

Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев
'

19. МӘРЙӘМ (МӘРЙӘМ) СҮРӘҺЕ

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
1. Кәф һа йа ғәйн сад.
2. Үҙенең ҡоло Зәкәриәгә Раббыңдың рәхмәте тураһында иҫкә төшөрөү.
3. Бына ул Раббыһына йәшерен үтенес менән үтенде.
4. Ул әйтте: «Раббым! Минең һөйәктәрем көсһөҙләнде һәм башымды сал ялтыратты, ә мин һиңә доға ҡылыуҙа, Раббым, бәхетһеҙ булманым.
5. Һәм мин үҙемдән һуң [буласаҡ] яҡындарымдан ҡурҡам, ә ҡатыным бала табыуға яраҡһыҙ, бүләк итсе миңә Үҙ тарафыңдан уариҫты!
6. Ул миңә лә, Яҡуп ырыуына ла уариҫ булыр ине һәм уны Үҙеңә ҡәнәғәт булғандарҙан ит»,
7. «Эй, Зәкәриә, Беҙ һине малай менән һөйөнсөләйбеҙ, уның исеме Яхъя! Беҙ бынан элек уға исемдәш яһаманыҡ».
8. Ул: «Раббым, нисек малайым булһын ти, ҡатыным минең бала табырға яраҡһыҙ, һәм мин үҙем ҡартлыҡтың сигенә еттем бит»,— тине.
9. Ул: «Шулай әйтте һинең Раббың: «Был Минең өсөн еңел бит, Мин һине бынан элек барлыҡҡа килтерҙем, һәм һин бер нәмә лә тугел инең»,— тине.
10. Ул: «Раббым, миңә берәй аят яһа!» — тине. Ул; «Һиңә аят шул булыр: һин иҫән-һау булһаң да өс төн буйына кешеләр менән һөйләшмәҫһең»,— тип әйтте.
11. Һәм ул михраптан үҙ ҡәүеменә сыҡты, һәм уларға, «Иртәнсәк тә, кис тә данлағыҙ»,— тип үәхи ҡылды.
12. «Эй, Яхъя, китапты көс менән тот!» Һәм Беҙ уға сабый сағында уҡ хикмәт бирҙек,
13. һәм Үҙ тарафыбыҙҙан шәфҡәт һәм сафлыҡ. Һәм ул тәҡүәлеләрҙән булды,
14. һәм ата-әсәләренә изгелекле булды, һәм ул йәберләүселәрҙән һәм ҡаршыларҙан булманы.
15. Һәм уға тыуған көнөндә лә, һәм үлгән көнөндә лә, терелеп ҡубарылған көнөндә лә сәләм!
16. Һәм китапта Мәрйәмде иҫкә төшөр. Бына ул үҙ ғаиләһенән көнсығыштағы урынға алыҫайҙы,
17. һәм улар алдында үҙенә шаршау ҡорҙо. Беҙ уға Үҙебеҙҙең Рухыбыҙҙы йүнәлдерҙек, һәм ул уның алдында камил кеше ҡиәфәтен алғайны.
18. Ул: «Әгәр һин тәҡүәлеләрҙән булһаң, мин һинән Әр-Рәхманға һыйынам»,— тине.
19. Ул: «Мин бит һиңә саф ул бала бүләк итеү өсөн Раббыңдың рәсүле генә бит»,— тине.
20. Ул: «Нисек инде миндә бала булһын! Миңә бер кеше лә теймәне һәм мин фәхишәлек ҡылыусы ла булманым бит»,— тине.
21. Ул: «Шулай әйтте Раббың: «Был эш Минең өсөн еңел, һәм Беҙ уны кешеләргә аят һәм Үҙебеҙҙән рәхмәт итербеҙ» — Был эш хәл ителгән инде»,— тип әйтте.
22. Һәм ул уға ауырлы булды һәм уның менән алыҫ урынға китте.
23. Тулғаҡ тотоу ауырлыҡтары уны хөрмә ағасы олонона килтерҙеләр. Ул: «Аһ, әгәр мин бынан элек үлгән булһам ине һәм мин онотолоп ҡалдырылған булһам ине!» — тине.
24. Һәм Ул уға уның аҫтынан өндәште: «Ҡайғырма, Раббың һинең аҫтыңдан шишмә ағыҙҙы,
25. һәм үҙ өҫтөңә хөрмә ағасы олонон һелкет, ул һиңә таҙа һәм яңы өлгөргәнде [емештәр] төшөрөр.
26. Аша һәм эс, шатлан-ҡыуан! Әгәр һин кешеләрҙән берәйһен күрһәң: «Мин Алла өсөн ураҙа тоторға нәҙер әйттем, мин бөгөн кеше менән һөйләшмәйем»,— тип әйт.
27. Ул, уны күтәреп, халҡына килде, улар әйтте: «Эй, Мәрйәм, һин ғәжәп эш эшләнең!
28. Эй, Һарун һеңлеһе! Һинең атаң да боҙоҡ кеше түгел ине һәм әсәң дә фәхишә булманы бит».
29. Ул уға [балаға] күрһәтте. Улар: «Бишектәге бала менән беҙ нисек һөйләшәйек?» — тинеләр.
30. Ул әйтте: «Мин Алланың ҡоломон, Ул миңә китап бирҙе һәм мине бәйғәмбәр итте,
31. ҡайҙа ғына булһам да мине фатихалы ҡылды һәм тере сағымда намаҙ һәм зәкәт уасыят итте.
32. Һәм минең әсәйемә лә изгелек һәм Ул мине йәберләүсе һәм бәхетһеҙ итмәне.
33. Тыуған көнөмдә лә, үлгән көнөмдә лә, терелтеп ҡубарылған көнөмдә лә миңә сәләм!»
34. Был — улар шик тотҡан хаҡ һүҙ буйынса — Мәрйәм улы Ғайса.
35. Аллаға бала тотоу килешмәй, дан Уға! Әгәр Ул бер эштең булыуын теләһә, Уға тик: «Бул!»— тип әйтә, һәм ул була.
36. Һәм, ысынлап та, Алла минең Раббым һәм һеҙҙең Раббығыҙ, Уға ҡоллоҡ ҡылығыҙ, был — тура юл!
37. Улар араһында төрлө фирҡәләр һүҙ көрәштерә. Һәм бөйөк көндөң күренешенән кафырҙарға ниндәй ҡайғы!
38. Нисек ишетәсәктәр һәм күрәсәктәр улар Беҙгә килгән көндәрендә! Ләкин бөгөн залимдар асыҡ аҙашыуҙа.
39. Һәм уларға ҡайғы-хәсрәт көнө тураһында хәбәр ит. Бына эш эшләнде инде, ә улар битараф, улар иман килтермәй.
40. Ысынлап та, Беҙ Ерҙе һәм унда булғандарҙы мираҫ итеп алабыҙ һәм улар Беҙгә ҡайтарыласаҡтар.
41. Һәм китапта Ибраһимды иҫкә төшөр, ысынлап та, ул да һүҙендә тоғро һәм бәйғәмбәр булды.
42. Бына ул атаһына әйтте: «Атайым! Ни өсөн һин бер ни ҙә ишетмәй торған нәмәгә, һәм бер ни ҙә күрмәй торған нәмәгә, һәм һине бер ниҙән дә ҡотҡара алмай торған нәмәгә табынаһың?
43. Атай, һиңә килмәгән белем миңә килде, миңә эйәр, мин һине тура юлдан алып барам!
44. Атай, шайтанға табынма, шайтан Әр-Рәхманға ҡарышыусы!
45. Атай, мин бит һине Әр-Рәхмандың ғазабы тотор һәм шайтан дуҫы булырһың тип ҡурҡам!»
46. Ул: «Әллә һин беҙҙең илаһтарыбыҙҙан баш тартаһыңмы, Ибраһим? Әгәр һин табынмаһаң, мин һине һис һүҙһеҙ таштар менән атырмын. Оҙаҡ уаҡытҡа минән сығып кит!»— тине.
47. Ул әйтте: «Сәләм һиңә! Мин Раббымдан һине ярлыҡауҙы һорармын, Ул миңә ҡарата шәфҡәтле.
48. Һәм мин һеҙҙән дә, Алланан башҡа һеҙ табынған нәмәләрҙән дә айырылам, мин Раббымды саҡырам, бәлки миң Раббыма доға ҡылыуымда бәхетһеҙҙәрҙән булмам».
49. Ул уларҙан һәм Алланан башҡа улар табынған нәмәләрҙән айырылғас, Беҙ уға Исхаҡты һәм Яҡупты бүләк иттек һәм уларҙың бөтәһен дә бәйғәмбәр иттек.
50. Һәм Беҙ уларға Үҙ рәхмәтебеҙҙән бүләк иттек, һәм хаҡлыҡ телен улар өсөн юғары күтәрҙек.
51. Һәм китапта Мусаны иҫкә төшөр, ысынлап та, ул эскерһеҙ булды, рәсүл һәм бәйғәмбәр булды.
52. Һәм Беҙ уға тауҙың уң яғынан өндәштек, уны йәшерен һөйләшергә яҡынайттыҡ.
53. Һәм Беҙ уға рәхмәтебеҙҙән бәйғәмбәр итеп уның туғаны Һарунды бүләк иттек.
54. Һәм китапта Исмәғилде иҫкә төшөр, ысынлап та, ул үәғәҙәһендә тороусы булды, рәсүл һәм бәйғәмбәр булды.
55. Һәм ул үҙ ғаиләһенә намаҙ уҡыу һәм зәкәт ҡуша торғайны һәм Раббыһынан ризалыҡ күреүселәрҙән булды.
56. Һәм китапта Иҙристе иҫкә ал. Ысынлап та, ул һуҙендә тоғро һәм бәйғәмбәр булды.
57. Һәм Беҙ уны юғары урынға күтәрҙек.
58. Ошолар — уларға Алла бүләк иткән Әҙәмдең тоҡомонан булған бәйғәмбәрҙәренән, һәм Беҙ Нух менән йөрөткәндәрҙән, һәм Ибраһим һәм Исраил балаларынан, һәм Беҙ тура юлға күндергәндәрҙән. Уларға Әр-Рәхмандың аяттары уҡылһа, улар илап һәм сәждә ҡылып йөҙ түбән йығылалар.
59. Һәм улар артынан тоҡомдар килде, улар намаҙҙы юғалттылар һәм шәһүәт-нәфселәренә эйәрҙеләр, һәм улар һәләкәткә осраясаҡтар.
60. Тәүбә иткән, иман килтергән һәм изгелек ҡылғандарҙан башҡа. Былар ожмахҡа инер. Һис бер нәмә менән йәберләнмәҫтәр,
61. Әр-Рәхман Үҙ ҡолдарына йәшерен үәғәҙә иткән мәңгелек баҡсаларына. Ысынлап та, Уның үәғәҙәләре үтәлә торған!
62. Улар унда юҡ-бар һүҙҙәр ишетмәҫ, тик «Сәләм!» — генә. Унда улар өсөн иртән дә, кис тә ризыҡ.
63. Был йәннәт [баҡса] — Беҙ уны ҡолдарыбыҙҙан тәҡүәле булғандарға мираҫ итеп бирәбеҙ.
64. Беҙ Раббыңдың әмере менән генә төшәбеҙ, беҙҙең алдыбыҙҙағы һәм беҙҙең артыбыҙҙағы, һәм улар араһындағы нәмәләр — Уныҡы. Раббың онотоусы булманы!
65. Күктәрҙең һәм Ерҙең һәм улар араһындағы нәмәләрҙең Раббыһы. Уға ғибәҙәт ҡыл һәм Уға ҡоллоҡ ҡылыуыңда сабырлы бул! Әллә Уға исемдәште беләһеңме һин?
66. Һәм кеше: «Мин, үлгәндән һуң, тере көйгә сығарылырмынмы ни?» — тип әйтә.
67. Әллә кеше Беҙ уны элек нисек барлыҡҡа килтергәнде иҫенә төшөрмәйме, ә ул бер нәмә лә түгел ине?
68. Һинең Раббың менән ант итәм, Беҙ уларҙы һәм шайтандарҙы йыйырбыҙ һәм һуңынан уларҙы йәһәннәм тирәһенә теҙләндереп ҡуйырбыҙ.
69. Унан һәр төркөмдөң Әр-Рәхманға иң ныҡ ҡаршылыҡта булғандарҙы һайлап алырбыҙ.
70. Унан Беҙ, әлбитттә, унда кемгә күберәк янырға тейеш икәнлеген яҡшыраҡ беләбеҙ бит.
71. Һеҙҙең арағыҙҙан унда инмәгән берәү булмаҫ. Был һинең Раббың өсөн хәл ителгән ҡарар.
72. Унан Беҙ тәҡүәлеләрҙе ҡотҡарырбыҙ, һәм залимдарҙы теҙләндереп ҡалдырырбыҙ.
73. Уларға Беҙҙең аяттарыбыҙ асыҡ итеп уҡылған саҡта кафырҙар иман килтергән кешеләргә: «Ике төркөмдөң ҡайһыһы тотҡан урыны яғынан яҡшыраҡ һәм ағзалары яғынан күркәмерәк?» — тип әйттеләр.
74. Ә Беҙ уларға ҡәҙәр төҙөлөш һәм күренеш яғынан да күркәмерәк булған күпме быуындарҙы һәләк иттек!
75. «Әгәр бер кеше аҙашыуҙа булһа, әйҙә, Әр-Рәхман уға уның сиген оҙайтһын»,— тип әйт. Һәм ҡасан улар үәғәҙә ителгән ғазапты йәки сәғәтте күрһәләр, кемдең урын яғынан яҡшыраҡ һәм кемдең ғәскәр яғынан көслөрәк икәнен белерҙәр.
76. Ә тура юлдан барыусыларға Алла етәкселекте арттырыр, һәм изге ғәмәлдәр — Раббың ҡаршыһында сауап яғынан да, әжер яғынан да иң хәйерлеһе.
77. Беҙҙең аяттарыбыҙға иман килтермәгән кешеләрҙән һин: «Әлбиттә, миңә байлыҡ та һәм балалар ҙа бирелер!» — тигәнде күрҙеңме?
78. Әллә ул ғәйеп нәмәләрҙе беләме, әллә Әр-Рәхман менән килешеүе бармы уның?
79. Һис юҡ! Ул әйткәндәрҙе Беҙ яҙып барырбыҙ һәм уға ғазаптың сиген оҙонайтырбыҙ!
80. Һәм ул әйткәндәрҙе Беҙ унан мираҫ итеп алырбыҙ һәм ул Беҙҙең ҡаршыбыҙға яңғыҙ килер.
81. Һәм улар үҙҙәренә Алланан башҡа икенсе илаһтар тоттолар, уларға ул илаһтар көс булһын өсөн.
82. Һис юҡ! Уларҙың табыныуҙарын кире ҡағырҙар һәм уларға ҡаршы булырҙар!
83. Әллә һин кафырҙарҙы ныҡ ҡотортһондар өсөн Беҙ уларға ҡаршы шайтандарҙы ебәргәнде күрмәнеңме?
84. Шулай булғас, һин уларға ҡаршы ашыҡма, Беҙ улар өсөн ныҡ хисап менән хисаплайбыҙ.
85. Беҙ тәҡүәле кешеләрҙе Әр-Рәхман ҡаршыһына хөрмәтле илселек итеп йыйған көндө,
86. һәм гонаһлы кешеләрҙе көтөүҙе һуғарырға ҡыуған кеүек тамуҡ тарафына ҡыуғанда,
87. Әр-Рәхмандан килешеү алғандарҙан башҡаларҙың яҡлаусылары булмаҫ.
88. Һәм улар: «Әр-Рәхман Үҙенә бала алды»,— тип әйттеләр.
89. Һеҙ бик оҡшамаған эш ҡылдығыҙ.
90. Күктәр емерелергә һәм Ер ярылырға, һәм тауҙар уатылып тупраҡ булырға яҡын булды
91. уларҙың Әр-Рәхмандың улы бар тип әйткән һүҙҙәренән.
92. Әр-Рәхманға Үҙенә ул тотоу килешмәй.
93. Күктәрҙә һәм Ерҙә булған һәр кем Әр-Рахманға ҡол булып ҡына килә.
94. Ул уларҙы һананы һәм хисап менән иҫәпләне инде.
95. Һәм ҡиәмәт көндө улар Уның ҡаршыһына яңғыҙҙары килер.
96. Ысынлап та, иман килтергән һәм изге ғәмәлдәр эшләгәндәргә Әр-Рәхман мөхәббәт бүләк итә.
97. Диндар кешеләрҙе һөйөнсөләү өсөн һәм үҙ һүҙле кешеләрҙе ҡурҡытыу өсөн уны һинең телеңдә еңел иттек.
98. Һәм күпме быуындарҙы Беҙ һәләк ҡылдыҡ,— һин уларҙың, исмаһам, береһен һиҙәһеңме йәки уларҙың ҡыштырҙаған тауышын ишетәһеңме?