Та Һа сүрәһе

Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев
'

20. ТА ҺА (ТА ҺА) СҮРӘҺЕ

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
1. Та һа.
2. Беҙ һиңә Ҡөрьәнде һин бәхетһеҙ булһын өсөн төшөрмәнек,
3. әммә ҡурҡҡан кешеләргә иҫкә төшөрөү итеп,
4. Ерҙе һәм юғары күктәрҙе барлыҡҡа килтереүсенән иңдереү итеп.
5. Әр-Рәхман — тәхет өҫтөнә урынлашты Ул.
6. Күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр һәм улар араһындағы нәмәләр, һәм Ер аҫтындағы нәмәләр — Уныҡы.
7. Әгәр һин ҡысҡырып һөйләй торған булһаң, Ул бит серҙе һәм йәшеренерәк нәмәне лә белә.
8. Алла! Унан башҡа илаһ юҡ! Унда — иң гүзәл исемдәр.
9. Муса тураһында хикәйә һиңә килдеме?
10. Бына ул ут күрҙе һәм үҙ ғаиләһенә әйтте: «Ҡалып тороғоҙ, мин ут күрҙем. Бәлки мин унан һеҙҙең эргәгеҙгә утлы киҫәү менән ҡайтырмын йәки ут эргәһендә тура юлды табырмын».
11. Ул уның янына килгәс: «Эй, Муса! — тип әйтелде,—
12. ысынлап та, Мин һинең Раббың, башмаҡтарыңды һал! Һин изге Туа үҙәнендә бит.
13. Һәм Мин һине һайланым, һиңә үәхи ҡылынған нәмәне тыңла.
14. Ысынлап та, Мин — Алла! Минән башҡа илаһ юҡ! Миңә табын һәм Мине иҫкә төшөрөү итеп намаҙ уҡы!
15. Ысынлап та, сәғәт килә, Мин уны йәшерергә әҙер, һәр бер йән эйәһе, нәмәгә тырышҡан булһа, шуға тейешле әжерен алһын өсөн!
16. Һиңә һәләк булмау өсөн, уға иман килтермәгән һәм үҙенең хыял-теләгенә эйәргән кеше һине унан дүндермәһен.
17. Уң ҡулыңда нимә һинең, Муса?»
18. Ул: «Был — минең таяғым, мин уға таянып йөрөйөм һәм уның менән һарыҡтарыма япраҡтар бәреп төшөрәм, минең өсөн уның башҡа файҙаһы ла бар»,— тине.
19. Ул: «Ташла уны, эй, Муса!»— тине.
20. Ул уны ташланы, һәм бына ул таяҡ — шыуышып йөрөгән йылан.
21. Ул әйтте: «Тот һин уны, ҡурҡма, Беҙ уны элекке хәленә ҡайтарырбыҙ.
22. Ҡулыңды ҡабырғаңа ҡыҫ, һис бер зыянһыҙ ап-аҡ булып сығыр, башҡа аят кеүек,
23. һиңә аяттарыбыҙҙың иң бөйөгөн күрһәтеү өсөн.
24. Фирғәүенгә бар, ул сиктән уҙҙы бит».
25. Ул әйтте: «Раббым, күкрәгемде киңәйт,
26. һәм эшемде еңеләйт,
27. минең телемдәге төйөндө сис:
28. улар минең һүҙемде аңлаһындар.
29. Һәм миңә үҙ ғаиләмдән ярҙамсы бир,
30. ҡәрҙәшем Һарунды.
31. Уның менән минең көсөмдө нығыт,
32. уны минең эшемдә ҡатнашыусы ит,
33. беҙ һиңә күп тәсбих әйтеү өсөн,
34. һәм Һине күп иҫкә алыуыбыҙ өсөн.
35. Һин беҙҙе күҙәтеп тораһың бит».
36. Ул әйтте: «Һорағаның һиңә бирелде инде, Муса,
37. һәм икенсе тапҡыр Беҙ һиңә мәрхәмәт күрһәттек инде.
38. Бына Беҙ әсәйеңә үәхи ҡылына торған нәмәне үәхи ҡылдыҡ:
39. «Уны табутҡа һал һәм уны диңгеҙгә ташла, ә диңгеҙ уны ярға ташлаһын, һәм уны Минең дошманым һәм уның дошманы алыр». Мин һиңә Үҙемдең мөхәббәтемде һалдым, һин Минең күҙ алдымда үҫтерелһен өсөн.
40. Бына һинең һеңлең үтеп бара, һәм ул: «Һеҙгә уны тәрбиәләй торған кешене күрһәтмәҫкәме икән?»— ти. Һинең әсәйеңдең күҙҙәре шатланһын һәм ул ҡайғырмаһын өсөн Беҙ һине әсәйеңә ҡайтарҙыҡ. Һәм һин бер кешене үлтерҙең, һәм Беҙ һине мәшәҡәттән ҡотҡарҙыҡ һәм һынау менән һынаныҡ. Һәм һин күп йылдар Мәдйән халыҡтары араһында торҙоң, һуңынан билдәле уаҡытта килдең, эй, Муса!
41. Һәм Мин һине Үҙем өсөн һайлап алдым.
42. Минең аяттарым менән һин һәм һинең ҡәрҙәшең барығыҙ, Мине иҫкә алыуҙа көсһөҙ булмағыҙ.
43. Икегеҙ ҙә Фирғәүенгә барығыҙ, ул сиктән уҙҙы бит,
44. уға йомшаҡ һүҙ әйтегеҙ, моғайын, ул аҡылына килер йәки ҡурҡыр».
45. Улар: «Раббыбыҙ! Беҙ ҡурҡабыҙ, ул беҙҙе йәберләр йәки тәкәбберләнер»,— тинеләр.
46. Ул әйтте: «Ҡурҡмағыҙ, Мин бит һеҙҙең менән, ишетәм һәм күрәм.
47. Уға барығыҙ, һәм әйтегеҙ: «Беҙ Раббыбыҙҙың рәсүлдәребеҙ, Исраил балаларын беҙҙең менән ебәр, уларҙы йәберләмә, беҙ һиңә Раббыңдың аяты менән килдек, тура юлға күндереүгә эйәргән кешегә иҫәнлек булһын!
48. Ялғанға һанаған һәм йөҙ сөйөргән кешегә ғазап икәнлеге беҙгә үәхи ҡылынды инде».
49. Ул: «Кем һуң һеҙҙең Раббығыҙ, Муса?» — тине.
50. Ул: «Беҙҙең Раббыбыҙ бөтә нәмәгә Үҙенең төҙөлөшөн бирә, унан тура юлға күндерә»,— тип әйтте.
51. Ул: «Ә һуң боронғо халыҡтарҙың хәлдәре нисек булған?» — тине.
52. Ул: «Улар тураһындағы белем Раббым ҡаршыһындағы китапта, минең Раббым яңылышмай ҙа, онотмай ҙа»,— тине.
53. Ул һеҙҙең өсөн Ерҙе тигеҙ итте, һәм һеҙгә унда юлдар һуҙҙы, һәм Күктән һыу төшөрҙө, һәм Беҙ уның менән һәр төрлө үҫемлектәрҙе ишле-ишле итеп сығарҙыҡ.
54. Ашағыҙ һәм малдарығыҙҙы көтөгөҙ, бында — аҡылы булғандарға аят!
55. Беҙ унан һеҙҙе бар ҡылдыҡ, һәм Беҙ һеҙҙе уға ҡайтарырбыҙ, һәм икенсе тапҡыр унан сығарасаҡбыҙ.
56. Һәм Беҙ уға Үҙебеҙҙең барлыҡ аяттарыбыҙҙы күрһәттек, ә ул ялғанға һананы һәм ҡарышты.
57. Ул әйтте: «Әллә һин, Муса, үҙ сихырың менән беҙҙе еребеҙҙән сығарырға килдеңме?
58. Беҙ һиңә, әлбиттә, шундай уҡ сихырҙы күрһәтербеҙ; беҙгә һәм үҙеңә шартлы уаҡыт билдәлә, беҙ ҙә уны боҙмаҫбыҙ, һин дә — урталағы урында».
59. Ул: «Һеҙҙең өсөн уаҡыт — биҙәнеү көнө,— һәм кешеләр таң менән йыйылһындар»,— тине.
60. Һәм Фирғәүен боролоп китте, үҙенең хәйләкәр кешеләрен йыйҙы һәм шунан һуң килде.
61. Муса уларға әйтте: «Ҡайғы һеҙгә, Аллаға ялған уйлап сығармағыҙ, юҡһа Ул һеҙҙе ғазап менән һәләк итер. Ялған уйлап сығарған кешенең эше уңышһыҙ!»
62. Улар үҙ эштәре тураһында үҙ-ара фекер алыштылар һәм йәшерен кәңәшләштеләр.
63. Улар әйтте: «Әлбиттә, былар — ике сихырсы, улар үҙҙәренең сихырҙары менән һеҙҙе ерегеҙҙән сығарырға теләйҙәр, үрнәк булырлыҡ юлығыҙҙы һәләк итмәксе булалар.
64. Хәйлә-мәкерҙәрегеҙҙе берләштерегеҙ, унан сафҡа баҫып килегеҙ, өҫтөнлөктө алған кеше бөгөн бәхетле булыр!»
65. Улар: «Эй, Муса! Һин ташлайһыңмы йәки беренсе ташлаусы беҙ булайыҡмы?» — тинеләр.
66. Ул: «Юҡ, ташлағыҙ!» — тине. Һәм бына шул уаҡыт тегеләрҙең арҡандары һәм таяҡтары уларҙың сихырҙары аша шыуышҡан кеүек күренделәр.
67. Һәм Муса күңелендә ҡурҡыу һиҙҙе.
68. Беҙ әйттек: «Ҡурҡма, һин юғарыраҡ бит!
69. Уң ҡулыңда булған нәмәне ташла, улар ҡылған бөтә нәмәләрҙе йотор ул, улар сихырсы мәкере яһанылар, әммә сихырсы ҡайҙа ғына килһә лә бәхетле булмаҫ».
70. Шул уаҡыт сихырсылар йөҙ түбән сәждәгә йығылдылар һәм: «Беҙ Муса менән Һарун Раббыһына иман килтерҙек!» — тинеләр.
71. Ул: «Һеҙ әллә Уға мин рөхсәт итмәҫтән алда иман килтерҙегеҙме, ул һеҙҙе сихырға өйрәткән һеҙҙең башлығығыҙҙыр. Мин һеҙҙең аяҡ-ҡулдарығыҙҙы арҡырыға ҡырҡам һәм һеҙҙе хөрмә ағасы олондарына әүернә рөүешендә ҡаҙаҡлап ҡуясаҡмын, бына шул уаҡытта беҙҙең ҡайһыбыҙ ғазаплауҙа ҡатыраҡ һәм оҙайлыраҡ икәнен белерһегеҙ»,— тине.
72. Улар әйтте: «Беҙ һине беҙгә килгән асыҡ аяттарҙан һәм беҙҙе барлыҡҡа килтереүсенән дә артығыраҡ тип танымайбыҙ. Ни хөкөм итһәң дә ит, һин тик ошо донъя тереклеген генә хөкөм итә алаһың.
73. Гонаһтарыбыҙҙан һәм һин беҙҙе мәжбүр иткән сихырҙан ярлыҡаныу өсөн беҙ Раббыбыҙға иман килтерҙек, ә Алла —яҡшы ла һәм дауамлы ла!»
74. Раббыһына гонаһлы булып килгән кешегә — йәһәннәм, унда ул үлмәҫ тә һәм тере лә булмаҫ.
75. Ә кем Уға иман килтереп һәм изгелек эшләп килә — уға юғары дәрәжәләр —
76. Ғәден баҡсалары — унда мәңге тороу өсөн, уның аҫтында йылғалар ағып тора. Сафланған кешеләрҙең әжере бына ошо!
77. Һәм Беҙ Мусаға үәхи ҡылдыҡ: «Төндә Минең ҡолдарым менән сыҡ һәм уларға диңгеҙ аша ҡоро юл һал. Ҡыуып етеүҙән хәүефләнмә һәм ҡурҡма!»
78. Фирғәүен уларҙы ғәскәр менән ҡыуып китте һәм уларҙы диңгеҙ ҡапланы.
79. Фирғәүен үҙ халҡын аҙаштырҙы, тура юлға күндермәне.
80. «Эй һеҙ, Исраил балалары! Беҙ һеҙҙе дошманығыҙҙан ҡотҡарҙыҡ, һәм һеҙгә тауҙың уң яҡ һөҙәклегендә осрашыуҙы билдәләнек, һәм һеҙгә манна һәм бүҙәнә ҡошо төшөрҙөк.
81. Беҙ ризыҡландырған нәмәләрҙең яҡшыларын ашағыҙ, бында сиктән сыҡмағыҙ, юҡһа Минең асыуым тотор, ә Минең асыуым тотҡан кеше һәләк булған инде.
82. Һәм Мин, ысынлап та, тәүбә иткән, иман килтергән һәм изге эштәр эшләгән, һәм унан һуң тура юлдан барған кешегә ҡарата ярлыҡаусымын.
83. Үҙ халҡыңдан нимә ашыҡтырҙы һине, эй, Муса?
84. Ул: «Улар минең эҙемдән баралар, ә мин, Раббым, һине ризаландырыу өсөн ашыҡтым»,— тине.
85. Ул: «Һинән һуң Беҙ һинең халҡыңды һынаныҡ инде, уларҙы сәмири юлдан яҙҙырҙы»,— тине.
86. Һәм Муса, үҙ халҡына асыуланып, ҡайғырып ҡайтты, һәм: «Эй, халҡым! Әллә һеҙгә Раббығыҙ гүзәл үәғәҙә бирмәнеме? Әллә үәғәҙәләшеү оҙаҡ тойолдомо? Әллә һеҙгә Раббығыҙҙың асыуы ҡағылыуын теләнегеҙме? Һәм һеҙ миңә биргән үәғәҙәгеҙҙе боҙҙоғоҙ!» — тине.
87. Улар: «Беҙ һиңә биргән үәғәҙәбеҙҙе үҙ ихтыярыбыҙ менән боҙманыҡ, беҙгә халыҡ биҙәнә торған нәмәләрҙе килтерергә ҡушылды һәм беҙ килтереп ташланыҡ, шулай уҡ сәмири ҙә килтереп һалды»,— тинеләр.
88. Һәм уларға мөңрәй торған быҙау кәүҙәһе яһаны. Һәм улар: «Был — һеҙҙең илаһығыҙ һәм Мусаның илаһы, әммә ул онотто»,— тинеләр.
89. Улар уның һүҙ ҡайтара алмағанын һәм зыян да, файҙа ла эшләй алмағанын күрмәнеләрме ни?
90. Һәм уларға Һарун башта уҡ инде: «Эй, халҡым! Һеҙҙе бының менән фетнәләйҙәр генә, әммә һеҙҙең Раббығыҙ — Әр-Рәхман бит, миңә эйәрегеҙ һәм минең бойороғома буйһоноғоҙ!» — тип әйткәйне.
91. Улар: «Беҙгә Муса ҡайтҡанға тиклем уны ололауҙы ташламайбыҙ»,— тинеләр.
92. Ул әйтте: «Эй, Һарун! Уларҙың аҙашҡандарын күргәндән һуң нимә тыйҙы һуң һине
93. миңә эйәреүҙән? Әллә һин минең бойороғомдо тыңламаныңмы?»
94. Ул: «Эй, минең әсәмдең улы! Минең һаҡалымдан да, башымдан да тотоп һелкетмә инде, мин бит һин: «Исраил балалары араһында айырылышыуҙы килтереп сығарҙың, һәм минең һүҙемдең үтәлеүен күҙәтмәнең»,— тип әйтерһең тип ҡурҡам»,— тине.
95. Ул: «Ә һинең менән нимә булды, сәмири?» — тине.
96. Ул: «Мин улар күрмәгәнде күрҙем, мин рәсүлдең эҙенән бер ус услап алдым, һәм шуны ташланым: бына шулай аҙҙырҙы мине нәфсем»,— тине.
97. Ул әйтте: «Кит бынан, бына һиңә тормошта бары: «Миңә ҡағылмағыҙ!»—тип әйтергә тура килер, һиңә билдәләнгән уаҡыт булыр, ул үҙгәртелмәҫ. Үҙең ҡоллоҡ ҡылған илаһыңа ҡара: беҙ уны яндырырбыҙ ҙа туҙан итеп диңгеҙгә осорорбоҙ,
98. илаһығыҙ — Алла ғына, Унан башҡа илаһ юҡ, Ул Үҙ белеме менән барлыҡ нәмәләрҙе солғай!»
99. Бына ошолай хикәйә ҡылабыҙ Беҙ һиңә үткәндәге уаҡиғаларҙы, һәм Беҙ һиңә Үҙ тарафыбыҙҙан иҫкә төшөрөүҙе бирҙек!
100. Кем унан йөҙ сөйөрә — ҡиәмәт көнөндә йөк алып барыр.
101. Мәңге ул йөк менән булыр һәм ҡиәмәт көнөндә бик яман булыр уларға йөк!
102. Ул көндө сур өрөлгәс, Беҙ гонаһлы кешеләрҙе зәңгәр күҙле итеп йыйырбыҙ.
103. Улар бер-береһе менән: «Һеҙ унда ун [көн] генә торҙоғоҙ»,— тип бышылдашып һөйләшерҙәр.
104. Уларҙың нимә һөйләгәндәрен Беҙ яҡшыраҡ беләбеҙ. Бына улар араһынан үҙ юлында иң тура булғаны: «Һеҙ унда бер генә көн торҙоғоҙ»,— ти.
105. Һәм улар һинән тауҙар тураһында һорай. Әйт: «Раббым уларҙы туҙан итеп осорор,
106. һәм уларҙы тигеҙ, буш урын итеп ҡалдырыр,
107. һин унда соҡор-саҡыр ҙа һәм ҡалҡыулыҡ та күрмәҫһең!»
108. Ул көндө улар саҡырыусы артынан барырҙар, унда ҡырын эш булмаҫ, һәм Әр-Рәхман алдында тауыштар тынып ҡалыр, тик ҡыштырҙау ғына ишетерһең һин.
109. Ул көндө Әр-Рәхман рөхсәт иткән һәм һүҙенә риза булған кешенән башҡа һис кемгә ҡурсалау файҙа итмәҫ.
110. Ул уларға ҡәҙәр булған нәмәләрҙе лә һәм уларҙан һуң буласаҡтарын да белә, әммә улар быны белемдәре менән солғай алмай.
111. Тере һәм мәңге булыусы алдында йөҙҙәр һулынылар һәм золом йөкләп килгән кешеләр алдандылар.
112. Ә кем изге эштәр эшләһә һәм иман килтерһә, ул йәберләүҙән дә, ҡыҫыуҙан да ҡурҡмаҫ.
113. Һәм шулай итеп Беҙ уны ғәрәпсә Ҡөрьән итеп иңдерҙек һәм унда ҡурҡытыуҙарҙы күп ҡылдыҡ — моғайын, улар ҡурҡырҙар, йәки был уларҙа иҫкә төшөрөүҙе уятыр!
114. Алла, хаҡ батша, бар нәмәнән дә юғары! Уны үәхи итеү тамам булғанға тиклем Ҡөрьән менән ашыҡма, һәм: «Раббым, белемемде арттыр!» — тип әйт.
115. Һәм Беҙ бынан элек Әҙәм менән үәғәҙәләшкәйнек инде, әммә ул онотто, һәм Беҙ унда сыҙамлылыҡ тапманыҡ.
116. Һәм бына Беҙ фәрештәләргә: «Әҙәмгә сәждә ҡылығыҙ!» — тинек. Иблестән башҡалары сәждә ҡылды, ә ул ҡарышты.
117. Һәм Беҙ әйттек: «Эй, Әҙәм! Был — һинең һәм һинең ҡатыныңдың дошманы, һеҙҙе ул ожмахтан сығара күрмәһен, ул уаҡытта бәхетһеҙ булырһың!
118. Унда һин асыҡмаҫһың да, яланғас та булмаҫһың,
119. һәм унда һыуһамаҫһың да, эҫенән дә яфаланмаҫһың».
120. Шайтан уны үәсүәсәләне һәм: «Эй, Әҙәм, мәңгелек ағасына һәм бөтмәй торған батшалыҡҡа күрһәтмәҫкәме икән һиңә?» — тине.
121. Улар икеһе лә шунан ашанылар һәм улар алдында оят ерҙәре күренде, һәм улар ожмах япраҡтарын үҙҙәренең оят ерҙәренә йәбештерә башланылар, һәм Әҙәм Раббыһын тыңламаны, һәм юлдан яҙҙы.
122. Бынан һуң Раббыһы уны һайланы, кисерҙе һәм тура юлға күндерҙе.
123. Ул әйтте: «Бер-берегеҙгә дошман булып, икегеҙ бергә унан төшөп китегеҙ! Әгәр Минән һеҙгә ҡулланма килһә, ҡулланмама эйәргән кеше юлдан да яҙмаҫ һәм бәхетһеҙ ҙә булмаҫ!
124. Ә Мине иҫкә алыуҙан баш тартҡан кешенең, ысынлап та, тормошо ҡыҫынҡылыҡта булыр, һәм ҡиәмәт көндө Беҙ уны һуҡыр итеп [ҡубарып] йыйырбыҙ».
125. Ул: «Раббым, ни өсөн мине һуҡыр итеп йыйҙың мин элек күҙле инем бит»,— тип әйтер.
126. Уға: «Һиңә Минең аяттарым ошолай килде бит, һәм һин уларҙы оноттоң, һин дә бөгөн шулай онотоласаҡһың»,— тип әйтер.
127. Һәм сиктән уҙған һәм Раббыһының аяттарына иман килтермәгән кешеләргә бына ошолай яза бирәбеҙ, ә ахирәт ғазабы, әлбиттә, ҡатыраҡ та, оҙайлыраҡ та!
128. Уларҙы тура юлға күндермәнеме ни? Беҙҙең уларға тиклем күпме быуындарҙы һәләк итеүебеҙ, хәҙер уларҙың йорттары өҫтөндә йөрөйҙәр. Бында аҡылы булғандарға аят бар!
129. Һәм әгәр Раббығыҙҙың үткәндә әйткән һүҙе булмаһа, был, әлбиттә, ҡотолғоһоҙ булыр ине,— ә әжәл билдәләнгән.
130. Улар һөйләгәнгә сабырлы бул, һәм Ҡояш сыҡҡансы һәм Ҡояш байығансы, һәм төн уаҡыттарында һәм көн уртаһында Раббыңды маҡтап тәсбих әйт — моғайын, һин риза булырһың.
131. Уларҙың ҡайһы бер ишлеләрен һынау өсөн был донъя тереклегенең биҙәктәре менән Беҙ файҙаландырған нәмәләргә күҙеңде төшөрмә! Һинең Раббыңдың ризығы хәйерлерәк һәм оҙайлыраҡ!
132. Һәм үҙ ғаиләңә намаҙ ҡылырға ҡуш, уға түҙемлек күрһәт. Беҙ һинән ризыҡ һорамайбыҙ, Беҙ һине туйҙырабыҙ, ә эштең һуңы — тәҡүәлектә.
133. Улар: «Ни өсөн беҙгә ул Раббыһынан асыҡ аят менән килмәне?» — тиҙәр. Уларға тәүге төргәктәрҙә асыҡ күрһәтмә килмәнеме ни?
134. Әгәр Беҙ уларҙы быға тиклем ғазап менән һәләк иткән булһаҡ, улар: «Раббыбыҙ, әгәр Һин беҙгә рәсүл ебәргән булһаң, беҙ кәмһетелмәҫтән һәм хурланмаҫтан алда Һинең аяттарыңа эйәргән булыр инек»,— тип әйтерҙәр ине.
135. «Бөтәһе лә көтә, һеҙ ҙә көтөгөҙ, һуңынан кемдең тигеҙ юл эйәһе икәнен һәм кемдең тура юлдан барғанын белерһегеҙ!» — тип әйт.