Аҡмулла:
Башланмаҫ бисмиллаһыҙ ни әмер бар?
Уйыңда булһа, йәштә ҡыймылдап ҡал!
Йығылһаң, нарҙан йығыл тигән һүҙ бар,
Мәшһүр мулла ахунға һалдыҡ чәнгал1.
Нурғоч:
Бер-берең ғәйебен тиреп башланың һүҙ,
Тибеҙ: «Мәймүн әмере бар», — бындайҙы беҙ.
Бит тырнап, пәрҙә йыртҡан әмерҙең
Булғанын ҡай китапта күрҙегеҙ һеҙ?
Көнө юҡ күбәләктәй ир икәнһең,
Юлыҡмай һин мәшһүргә үт икәнһең.
Бармаҡ һалһаң, тешләрҙәй булдың тағы —
Йыртҡыс хайуандарҙың береһе икәнһең.
Аҡмулла:
Әлбиттә, шағирлек даның сыҡҡан,
Алдыңдан мең һан аҡын ҡуйҙай аҡҡан.
Сриднәй Азияның буйын гиҙгән
Һыу йоҡмаҫ мут егетһең йорт ҡоротҡан.
Нурғоч:
Сараһыҙҙан шағир булдым заманында —
Ҡапланған байтаҡ ахун табағымда.
Сриднәй Азияның ерен гиҙҙем,
Иләктәй, донъялағы йәнде һөҙҙөм.
Ынйыға мәрйен менән һыу йоғамын,
Белмәймен — бармы-юҡмы — епкә теҙҙем.
Аҡмулла:
Аҡыллы әҙәм хуш күрер, фәҡир, тиһә,
Ахмаҡ кеше маҡтаныр, батыр, тиһә.
Гәүһәр, тип, үҙеңде-үҙең мәдехләйһең,
Ғалимдәр танылалыр, егет, тиһә.
Н у р ғо ч:
Аҡыллы әҙәм хуш күрмәҫ, фәҡир, тиһә,
Фәҡирлек эше көфөр—быны белһә.
Ҡурҡаҡлыҡҡа суфыйлыҡ та булған харам,
Уның ниһен хуш күрһен, көфөр, тиһә.
Батырлыҡты хуш күрер аҡыллы әҙәм,
Ҡурҡаҡлыҡ суфыйлыҡта булған харам.
Ирҙән иман ҡоромай тигән һүҙ бар,
Күңелем бар, батырлыҡта килһә самам.
Аҡмулла:
Вазифағыҙ һеҙҙәрҙең — дин сәсмәҫлек,
Ҡараңғы биналарға шәм яҡмаҫлыҡ.
Гәүһәрҙәй ваҡытығыҙҙы әрәм ҡылып,
Үкенестер гәзиттәргә һүҙ яҙмаҡлыҡ.
Нурғоч:
Көйөндөң, ай, Аҡмулла, йәнең ашып,
Ярынан сығып киткән һыуҙай ташып.
Дин сәсеү — пәйғәмбәрҙәр вазифаһы,
Был ергә маташма һин һүҙ талашып.
Аҡмулла:
Йәшлегеңдән төрләндең һин бик күп төргә,
Ҡул бирҙең, Бохар барып, ниндәй иргә!
Муллалыҡты бөтөрөп, тамам ҡылып,
Инде пособлять ҡылаһың редакторға.
Нурғоч:
Беҙ киттек балалыҡтан сығып үргә,
Йәшлек менән ҡыла алманыҡ хеҙмәт ергә.
Хәрәкәттә — бәрәкәт, тигән теләк менән
Иттем ярҙам, буш тормайым тип, редакторға.
Аҡмулла:
Үләнгә айәт2 яҙаһың, тәхфиф3 ҡылып,
Наҙандарҙың быҙауҙары менән тороп.
Юнь белмәйһең, мужиккә атаман булып,
Хеҙмәтселәр тәхетенә киттең кереп.
Үләңгә ғәҙәтеңдер айәт яҙмаҡ,
Хәсис, нәғрә4 ҡыльш, берәүҙең төбөн ҡаҙмаҡ.
Нәжеси ғәйренең ғәйебе тәрән,
Облыстағы ғәзиз бер юлдан яҙмаҡ.
Нурғоч:
Хәсис, нәғрә, нәжесте мин дә күрҙем,
Ундай-бындай һөйләнеп мин дә йөрөнөм.
Көнләшкәнең, күпһенеп, үләң булһа,
Мине еңһәң, башы бөтөн һуған бирҙем.
Аҡмулла:
Наҙандар көфөрлөктән ҡылмаҫ хәүеф,
Үпкәле мәшһүргә, тим, һиңә яуап.
Сәбәпсе һин булғандай күренәһең,
Сихырсылай күҙ бәйләүгә һуйыл табып.
Нурғоч:
Китапта гонаһ булыр ҡайһы ере?
Үҙем дә ҡурҡыуҙамын шунан бирле.
Үләң — һуйыл, үләңсе — уғры булһа,
Һиндәй һантый — шул уғрының үҙе!
Кемдең көфөр булғанын күрҙе күҙең,
Дөрөҫ бит айәт ҡушма тигән һүҙең.
Башҡа кеше барыһы ла көфөр булып,
Йортта ғалим булаһың яңғыҙ үҙең.
Уй-фиғелем ахырҙа ҡылдым бынан:
Ҡыламын һәр һүҙеңә тик хөсни зан5.
Хөсни зан мосолманға тейеш булған,
Булмаһаң һин мосолман — ҡыл сүи зан6.
Эт һуғарып йөрөй икәнһең, тапмай сара,
Талпынған ғилемлеккә мәшһүр бисара.
Дәлиле — һинең һәр әйткән һүҙеңдә,
Үҙең дә быға шаһит — уйлап ҡара!
Булдыҡлы бута7 тыуһа, дөйә булыр,
Йөгөнә бер йылдан һуң эйә булыр,
Һин түгел, күп камилгә һүҙ һөйләгән
Мәшһүрмен — көлөүең бушҡа булыр... *