Омонимдар: Аҡ тай. Гүзәл Ситдиҡова

Аҡ тай
автор Гүзәл Ситдиҡова
«Омонимдар» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 2012.


Аҡ тай



Таяҡ атланған Таһир -
Атта сабырға маһир,
Минең тай - аҡ, тип маҡтай,
Оҡшай бит уға аҡ тай.
Таяҡ минеке, ти, Дим,
Бая атланым килдем!
Көрмәкләшә малайҙар -
Аптырай Ямал, Айҙар.
Бөткәнме, тиҙәр, таяҡ:
Ҡара таяҡ, аҡ таяҡ!
Ишетәләр бер яуап:
- Булырға тейеш тай аҡ!
Бәхәсселәр туҙғанда
Ята таяҡ туҙанда.
Был хәлдәргә шаҡ ҡатып
Ята ят ат ыҙанда:
- Онотҡан, - ти, - балалар,
Йылҡы булмай бик үк аҡ,
Ҡара тигәне - туры,
Аҡ тигәндәре - күк ат!


2012