Серле муйынсаҡ. Беренсе күренеш

Template:Delite

Серле муйынсаҡ ( яңы йыл сценарийы )
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 2007 йыл. Нәшер ителгән: 2013 йыл. Сығанаҡ: Ҡәйепова, Л. З. Балапан: драмалар, сценарийҙар, поэмалар, хикәйәләр, тәржемәләр/Лилиә Һаҡмар. - Өфө: Китап, 2013. - 304 бит.(268-277-се биттәр) ISBN 978-5-295-05874-5


Беренсе күренеш

* * *


Уртала оло түмәр. Арттараҡ бәҫ ҡаплаған ағастар . Ситтәрәк бик матур шыршы. Һорлан ҡушаматлы килбәтһеҙ эт менән Шуҡбикә исемле төлкө килеп инә. Уларҙың ҡулында ҡағыҙ бите.

Һорлан. Яҡшылап уҡыныңмы, Шуҡбикә, ысынлап та йәшел шыршы янында оло түмәр ултырған ялан, тиелгәнме?

Шуҡбикә. Тап шулай тиелгән. (Уҡый) “Йәшел шыршы янындағы оло түмәр янына килергә.Нөктә. Ҡыш бабайҙы һәм Әтәсте көтөргә. Нөктә. Улар һиңә Яңы йылдың серле муйынсағын тапшырасаҡ.Нөктә. Ҡарһылыу.Нөктә.” Һуң бына, ышанмаһаң үҙең ҡара! (Һорланға телеграмманы һуҙа)

Һорлан. (Ҡағыҙҙы баштүбән тотоп) Бик уҡыр инем дә ул, бер хәрефте лә танымайым, һав! Әсәйем хәреф өйрәткәндә гел генә тәҙрәнән турғайҙарға ҡарап ултырғайным.

Шуҡбикә. Т-с-с, наҙан икәнеңде берәйһе ишетеп ҡалмаһын! Телеграмманы Аҡтүштән урлауы еңел булған тиһеңме миңә? Аҡтүш уҡып өлгөргән буғай, хәҙер үҙе килеп тә етер әле. Уны берәй нисек икенсе яҡҡа ебәреүҙе уйлайыҡ. Һорлан. Эйе, эйе, һав-һав! Шәп иттек. Яңы йыл муйынсағын Ҡыш бабайҙан алып ҡалырға кәрәк. Телеграмманы йәшер! Кемдер килә (еҫкәнеп) Һав! (түмәр артына йәшенәләр)

Икенсе күренеш



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.