Тик берәүҙе һөйгөм килә

Тик берәүҙе һөйгөм килә (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1980 йыл. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (19-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


ТИК БЕРӘҮҘЕ ҺӨЙГӨМ КИЛӘ


Тик берәүҙе һөйгөм килә,
Аҡылымды юйып,
Тоғро ҡалыр инем уға
Мин ғүмерем буйы.

Ғазабына, һағышына
Түҙер ине күңел,
Янһын йөрәк, янһын дөрләп,
Ҡалһын ҡара күмер!

Мин ышанам – бар ул һөйөү –
Хоҙай биргән бүләк,
Хыялдағын ысын итә,
Һөйә белгән йөрәк!

Һине эҙләп, ғәләм гиҙеп,
Мин үтергә әҙер,
Татыр өсөн ысын һөйөү,
Саф мөхәббәт тәмен.



Иҫкәрмәләр

  • "Зөлзизә йыры" (китаптағы исеме). “Йондоҙло күмер” мелодрамаһынан.
  • Йыр. Йырлай Флера Шарипова. Комп.Ф.Шарипова[1]
  • Авторҙың башҡа әҫәрҙәре Author:Лилиә_Һаҡмар



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.