Һин белмәнең

Һин белмәнең (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1980 йыл. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (20-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ҺИН БЕЛМӘНЕҢ


Һин белмәнең,
Шашып ямғыр ҡойған саҡта
Ҡайындарҙың  япраҡтарын үпкәнем…
Ялан-аяҡ, һин йөрөгән эҙҙән генә,
Сәстәремде елгә тиреп үткәнем.

Һин белмәнең,
Моңһоу айҙы  иш итеп,
Төндәр буйы  йондоҙҙарҙы күҙләнем –
Йондоҙ, тиеп, алданым да үҙемде
Бары  һинең күҙҙәреңде  эҙләнем…

Һин белмәнең,
Ҡайнар ҡояш яҡтыһы
Йөрәгемдә  һөйөү булып  балҡыны!
Һүнгәйнең шул күрмәйенсә эңерҙә…
Һин белмәнең,
Мин  булғайным таң  ҡыҙы.



Иҫкәрмәләр

  • Йырлай Дилә Мөхәмәтйәрова. Комп.Ф.Шарипова[1] (Йырҙың исеме- "Таң ҡыҙы")
  • Авторҙың башҡа әҫәрҙәре Author:Лилиә_Һаҡмар



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.