Һүҙ сығыр шағирҙарҙан хикмәт менән*,
Унса күҙ алартмағыҙ хиддәт34 менән.
Тыйыу булһа, мөҡәййәд, йә мөәүүәл,
Харам-хәләл — шәхесенә нисбәт менән.
Һәр фәндә шиғыр менән китап тулы,
Ҡараһаҡ, эйәләре ниндәй оло!
Ғаззалиҙай ирҙәргә кем туҡтамай,
Үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ, Алла ҡоло!
Дәрт әһеле — шағир, булһа үҙенә малик35,
Булмаһа шиғыр менән вирдтән36 тарик37,
Шиғырҙы мотлаҡ тыйыу уңай булмаҫ,
Һәм йәнә, ләһү38 булһа, ләм йобарик .
Шағирҙарҙың күбеһе — әһле салик39,
Әйткәндәр нисә төрлө көйгә һалып.
Эс бошҡанда, шиғыр түгел, йыр йырлаған
Тәҡүә40 сахабәнән41 Ибне-Малик.
Шиғыр дөрөҫ, нәсихәтте хамил42 булһа,
Эйәһе хәл ҡәҙәре ғамил43 булһа.
Ишеткән әҙәмдәрҙе илатҡандай,
Вәғәз менән ғибрәтте шамил44 булһа.
Киткәндәр ниндәй ирҙәр гәүһәр сәсеп,
Уларҙың эштәренең юлы асыҡ.
Ғәжәйеп ҡиммәт әҫәр ҡалдырғандар,
Хикмәттең мәхзәненән45 мисрағ46 асып.
Һәр бер йән сәйран47 ҡылыр сәбилендә48,
Былбылдар жәүлан49 ҡылыр сәрирендә50.
Әс-сәмғе әл-кәлимде51 тәхмин52 ҡылды
Хоҙайым фөсаханың53 замирында54.
Ниндәй генә ир тыумаған ер йөҙөндә,
Остаҙының нәтижәһе — тилмиҙендә.
Йәриәнән йыр йырлатыу ғәҙәт булған
Ғәйет көн пәйғәмбәрҙең диһлизендә55.
Маҡсатты был урында ҡылдыҡ нәфад56,
Инша алла, ҡарышмаҫ әһле нәҡҡад57:
Хуп күргәс йәриәнең йыр йырлауын,
Шариғтың58 сөкүтенән59 жәуаз60 мөфад61.