Фазыл Мәржәниҙең мәрҫиәһе. 5-се өлөш. М.Аҡмулла

Фазыл Мәржәниҙең мәрҫиәһе* (5-се өлөш)
Автор: Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
ҠАРА: Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.  


5-се өлөш


Бер китап бар, эйәһе ҡайһығыҙ ул?
Китабында исеме юҡ — билдәһеҙ ул.
«Тәуарих әл-Болғар» тип исем биргән,
Эсендә сауабынан хатаһы мул.

«Назура»ға ул хәсис батыр икән,
Тиҙ инһә ярар ине ожмахҡа шул!
Үҙ тарафын күтәргән күккә саҡлы,
Муллалары булған һуң үҙенә ҡул.

Борадәр, һеҙгә үтенәм сәләм яҙып,
Күҙең һал: Мәржәни ул — Тимерҡаҙыҡ!
Булмаһа, ҡибла тапмай аҙашырһың.
Ҡараңғыла йүн белмәй, юлдан яҙып.

Имгәнеп, ҡоро бушҡа аҙапланма
Баҡыр сыҡмаҫ урындан алтын ҡаҙып.
Төлкөләй йүгерекмен тип ашһағыҙ ҙа,
Сираҡтан ала торған мин бер таҙ эт.

Был сәбәптән һеҙҙәргә сәләм яҙам,
Был яҡҡа килеп ятыр һеҙҙең азан*.
Ир булған ирәндәрҙе хур тотмағыҙ -
Бүләгенә шарт түгел Ҡашғар, Ҡазан!

Әҙәпһеҙлек түгелме был ҡылғаның-
Ишәккә тиңләйһегеҙ ир толпарын!
Мөхакәмә62 ҡылмаҫ тип уйланыңмы,
Һуҡыр тип белгәйнеңме йорттоң барын?

Һеҙҙәргә таң ҡаламын уйлай-уйлай:
Ҡайһылайын һеҙҙең яҡ, зиһен ҡуймай,
Болоттай көндөң нурын пәрҙәләгән!
Һеҙҙәргә шул сәбәптән күңел тулмай.

Хәленсә ғалимдарға маҡтау лайыҡ.
Вә ләкин һәр ҡош осоп ыласын булмай.
Бынан башҡа әйтер һүҙем тулып ятыр -
Тәғәйенләп һәр бер һүҙҙе әйтеп булмай.

Эшегеҙ мөзәййәндер63 вәһемегеҙҙә,
Һүҙегеҙ мөбәййәндер64 зәғмегеҙҙә65.
Мең мулла рәд66 ҡылһаң да, ни ҡайғы бар:
Дуҫтар бар кире ҡағыр рәғмегеҙҙе67.

Ек күргәс, бер яланы ябарһығыҙ,
Үс ҡылғас, бер ҡараны яғарһығыҙ.
Артҡы яҡ асылғандың асыуынан,
Әлбиттә, бер яман ат тағарһығыҙ.

Утлы йәшен сикәгеҙгә сирткәндән һуң,
Саяндай, сыҙай алмай, сағарһығыҙ.
Ғаззалиҙай булһа ла, ул фазылдың
Хозурына хурлыҡтар язарһығыҙ.

Хәҡиҡәт ғилеменә әғраз68 ҡылып,
Маҡтанып, ул яғына назарһығыҙ69.
Үҙегеҙҙән бер фазыл була ҡалһа,
Иттифаҡ жөмләгә70 насарһығыҙ.

Хөсөт, бәғзе дошманлыҡҡа сәбәп булып,
Намыҫығыҙ әмеренән ҡасарһығыҙ.
Арыҫлан менән алышып арыҡланған,
Хөсөт менән һарғайған ажарһығыҙ.

Әлбиттә, инде мине һөймәҫһегеҙ,
Был бисара хаҡ икән, тимәҫһегеҙ.
Ҡарындаш, бер инсафҡа килһәгеҙсе:
Фирғәүендең вариҫы бит түгелһегеҙ!

Борадәр, "мин"лекте ҡуй ғалә әл-хосус71,
Мин-минлек эйәһенә килтерер нус72.
Мәржәнигә алышырға кем сыҙаһын,
Ҡеүәһенә дәлиллек ҡылһа нөсус73.

Фазылды фазыл белһәң, әсең көймәҫ,
Һәр ҡасан тыйнаҡлыҡта бармы наҡыҫ?
Батыр менән көрәшһәң, һау ҡалмаҫһың,
Аяймын бил-умыртҡаң өҙөлһә дуҫ.

Ул һеҙгә гәүһәр йыйып, ниҫар74 ҡылды,
Инде һин, ҡәҙерен белеп, итәгең тот.
Ала алмай, ул гәүһәрҙән ҡоро ҡалһаң,
Бәхетеңдең шомонан бел, артыңды ҡыҫ!

Кил, зинһар, борадәрем, инсафҡа кил!
Ҡеүәтең күпме икән, саманды бел!
Хәлдән килһә, уның эшен һин дә эшлә,
Булмаһа, файҙа бирмәҫ таҡылдаҡ тел.

Белгәнгә ниңә әсең көйә һинең?
Эшен күр ғилем-нур эйәһенең.
Һәр фәндең бер һайланған рижалы75 бар -
Эйәһе серен белә бейәһенең.

Керләһәң, һәр нәмәне ҡарайтырһың,
Көндәшһеҙ ундай фазыл ҡалай торһон?
Истамбул, Мысыр, Шамда тиңдәше юҡ -
Ҡашғар, Ҡазан, Дағстан былай торһон!

Был заманда һис кем уға тиң килмәйҙер,
Был яҡтар һис кемде уға тиңләмәйҙер.
Батырҙары майҙанға сығып күрһен,
Булмаһа, «ул белмәй»ҙе кем белмәйҙер.

Үлсәне иңен-буйын мөһәндистәр,
Дөрөҫлөгөн хуп күрҙе мөбариздар76,
Һәр ерҙә холҡо саф фазылдарҙан
Айырыуса Троицки мөдәрристәр…

Былар ҙа һеҙ белгәнде белгәндәйҙәр,
Китапты һеҙҙең хәтле күргәндәйҙәр,
Шаһбаздай77 ялтыраған бер шоңҡарҙар,
Тойғондоң аяғынан элгәндәйҙәр.

Ғали талаптар ҙа хаҡҡа мәрҡад78,
Киләсәк маҡсаттар ҙа хаҡҡа мирьат79.
«Иғтибар» ҙа* иғтибарға алған икән
Хөрмәтле Ризаитдин — бер камил зат.

Йәмлә саф әһле инсаф алды ғибрәт,
Ҡаҙанға был сәбәптән килде шөһрәт.
Дәрәжәһен белгән ихлас дуҫ икән
Дамелла Борһанетдин ҡазый хәҙрәт.

Ҡыҫҡаһы — күп фазылдар һалды ҡолаҡ,
Барын табып әйтеүгә телем сулаҡ.
Дәрәжәле дамелланың мәдехе ҡалай
Ләззәтле, ғибарәһе80 егет һымаҡ.

Ғәйре сит виләйәттән нисә ирҙәр,
Истамбул, Һиндостанда күп мәшһүрҙәр,
Китаптарын ҡабул ҡылып баҫтыртҡандар.
Ҡылтайып йөрөй бирһен тәкәбберҙәр!

Тәғассибен81 ҡалдырмаҫ боҙоҡ замир,
Һыуһыныңды ҡандырмаҫ ҡороҡ ғадир82.
Ай торғанда, Сулпанға ғашиҡ булған,
Ни ҡылһын көндөң нурын ул бер зарир83.

Ай булмаһа, йондоҙ менән төн яҡтырмай,
Фәрҡәдкә84 мохтаж түгел нурланған ай.
Исемем мөзәккәр85 тип маҡтанмаһын -
Ҡояшҡа хурлыҡ бирмәҫ тәьниҫ86 замир.

Күпме мин-мин тигәндәрҙең йоҡоһон асҡан,
Ғәмһеҙлектән иҫкәртеүсе ул бер нәҙир87.
Йыһанда хәле ғәян88, ҡоно бәйән,
Ғалимдарҙан ҡәнәғәт бик күп ғафир89.

"Жәлал"гә* хашиәһе90 уға шаһит,
Ни ҡәҙәр мәдех ҡылһа — шунса жәдир91.
Хәҡиҡәт байрағын күтәреп барған
Көрәшселәр араһында был бер әмир.

Жәдидәи замандан жәмал92 асып,
Күрһәтте аҡ ғәйрәтен яңғыҙ был ир.
Ҡайныһынан күренде бындай бәйән -
Ҡайһы һине таныштырыр миҫле хәбир?93

«Хикмәте балиғә»һе* ниндәй икән -
Зауҡы сәләмәт әҙәмгә балдай икән.
Асыл хәҡиҡәтте хамил булған
Әҙәмдең тәнендәге йәндәй икән.

Хәдиҫтәге оҫталығын күҙгә алһаң,
Әсхабтан94 ишеткәндәй аңлай икән.
Бындай ғали ғалимға тел оҙайтҡан -
Ул үҙе дүрт аяҡлы малдай икән.



Аңлатмалар

Аңлатмалар автор хоҡуҡтары менән һаҡлана. Уларҙы Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһына ҡуйылған Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит. китабында уҡығыҙ.


Иҫкәрмәләр