Ырғыҙ буйы

Ырғыҙ буйы (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 09.03.1990. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета:Шиғырҙар, поэма.– Өфө: Китап, 2006.– 176 бит.(138-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ЫРҒЫҘ БУЙЫ


Йыр-моң ғына тулы Ырғыҙ* буйы
Башҡорттарҙың изге төйәге.
Һеҙҙең менән бергә тибә бөгөн
Башҡортостан - илдең йөрәге.

Ниғмәтиҙәр тыуыр Диңгеҙбайы*,
Һәҙиәләр тыуыр Хәсәне*,
Бәшәр Хәсән үҫкән Бөрйәнең* дә
Юғалмайса шулай йәшәһен!

Һоҡланыуға, дан хөрмәткә лайыҡ
Ҡунаҡсыл һәм ғорур Ырғыҙым
Башҡорт юҡ ул, тигән ялағайҙар
Тап ошонда килеп йығылһын.

Әсир булһын һинең ҡарашыңдан,
Телһеҙ ҡалһын моңло йырыңдан,
Шул саҡ бер кем һеҙҙе бөтөрә алмаҫ
Сая башҡорттары Ырғыҙҙың!



Иҫкәрмәләр

  • Ырғыҙ - Йылға атамаһы
  • Диңгеҙбай, Хәсән, Бөрйән (Һамар өлкәһе, Рәсәй) - ауыл атамалары


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.