Яңы Йыл был

Яңы Йыл был (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (139-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


ЯҢЫ ЙЫЛ БЫЛ!*


Яңы Йыл был, өр-яңы йыл –
Бишектәге йылы сабый,
Ай үҫәһен көн үҫер ҙә
Арғымаҡҡа менеп сабыр!

Үҫтерәйек әкиәт һөйләп,
Бишек йыры йырлап ҡына,
Үтһен елеп, шаян елдәй,
Ҡолонсаҡтай уйнап ҡына.

Өр-яңы йыл – наҙлы сабый,
Ҡайнар күкрәгемә ҡыҫам:
Илгенәмә бәхет илтер
Ырым ғәйрәтеңә ышан!

Яңы Йыл был, өр-яңы йыл –
Килһен йырлап, килһен көлөп,
Йәшәйексе иң бәхетле
Иң шатлыҡлы көндәр күреп!

Сабый кеүек ҡыуанайыҡ,
Яңғыратып еңеү көйөн,
Яҡтылыҡҡа, бәрәкәткә
Тулһын илем, ерем, өйөм!



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.