Ялҡау малайҙар. Сәлимова Гүзәл

Ялҡау малайҙар
автор Сәлимова Гүзәл

Ағиҙел ҡалаһы Башҡорт гимназияһының 6 синыф уҡыусыһы

Ижад итеү ваҡыты: 2012. Сығанаҡ: Ямалова Шәкирә Миңнегәрәй ҡыҙының сайты


* * *


Борон– борон заманда йәшәгән ти бер бабай.Уның ике малайы булған ти. Бабай бик уңған кеше булған ти, ләкин малайҙары бер генә лә атайҙарына оҡшамаған икән. Улар береһенән– береһе ялҡауыраҡ булған. Атайҙары уларҙы төрлөсә эшкә өйрәтеп ҡараған. Ялҡау малайҙар ғына бер ниҙә эшләргә теләмәгән. Атайҙарының тамам сыҙамлығы бөтөп, уларҙы өйҙән ҡыуып сығарған, ти.

Яталар, ти ике малай алма баҡсаһында. Бер алма береһенең ауыҙына өҙөлөп төшкән икән. Малай шатлана– шатлана ашай ти. Оло ағаһы алманың өҙөлөп төшкәнен күрмәгән икән һәм ҡустыһына аптырап: «Һин уны нисек иренмәй ағастан өҙөп алдың» -тип һораған. Шул тиклем ялҡау булғандар былар.

Йөрөйҙәр икән ил ҡыҙырып, өйҙән– өйгә ашарға һорап. Бер ваҡыт тамам арып, юл буйына хәлһеҙләнеп йығылғандар. Бер юлсы быларҙы йәлләп ҡатып бөткән бер икмәк киҫәге биреп киткән. Икмәкте ҡалған ҡатыҡҡа һалып йомшатырға булалар, ләкин икмәк йомшамай икән.Эргәлә генә шишмә сылтырап аға, ләкин барып килергә иренәләр икән, был ялҡауҙар.Ағаһы ҡустыһына:«Кем алда һүҙ әйтә шул һыу алып килә»- тигән. Яталар ти, был ике бисара. Бер ваҡыт ошо юл эргәһенән көтөүсе малай үтеп бара, ти.Былар бысранып, ябығып киткәндәр икән. Малай быларҙы йәлләп:”Һеҙгә ни булды, ярҙам кәрәкмәйме?” -тип һораған. Быларҙан бер һүҙҙә ала алмағас аптырап:” Берәй һүҙ әйтмәһәгеҙ ошо сыбыртҡы менән ярам”- тип ҡурҡытырға булған. Бәләкәй малай ҡурҡышынан ҡысҡырып ебәрә. Ағаһы: “Отолдоң, отолдоң, хәҙер һыу алып кил”- тип шатланған. Көтөүсе малай быларҙың ялҡауланып шундай хәлдә ятҡандарын аңлап ала ла ҡолаҡтарынан тарта. Былай йәшәргә ярамай икәнен аңлата. Кесе малайға ас йөрөү бик оҡшап етмәгән икән, ул шунда уҡ үҙ хатаһын аңлай. Ағаһы менән һөйләшеп атайҙарынан ғәфү үтенергә булалар. Атайҙары уларҙы шатланып ҡаршы ала. Әле булһа ла атайҙары менән бергә татыу ғүмер итәләр икән ти.