* * *
Бер ваҡыт Әлфиә менән Ғаяз урманға бәшмәккә киткәндәр. Көн бик ҡыҙыу булған, ти. Әлфиәнең бик ныҡ тамағы кибеп китә.
Ул юлда осраған шишмәнән рәхәтләнеп һыу эсеп ала ла:“Рәхмәт һиңә шишмәкәйем, һыуың бик тәмле булды” - тигән. Ғаяз уның был һүҙҙәрен ишетә лә ҡысҡырып көлөп ебәрә. “Һай, йүләр һыу татлы буламы ни! ”- тип мыҫҡыллай. Сылтырап аҡҡан шишмә был һүҙҙәрҙе ишетһә лә иғтибар итмәҫкә була. Үҙенсә генә: “Килер шул ваҡыт, минең һыуым бик татлы тойолор”- тип уйланы.
Урамнда бәшмәк бик күп булған осраған быларға. Кәрзиндәре береһенән– береһе матурыраҡ бәшмәктәр менән тулған ти. Шул ваҡыт Әлфиә кемдеңдер: “Ҡотҡарығыҙ, ҡотҡарығыҙ!” тип ҡысҡырған тауышын ишетеп ҡала. Тауыш ишетелгән яҡҡа килһәләр, күбәләк урмәкес ауына эләгеп ҡысҡыра икән. Әлфиә тиҙ генә күбәләкте ауҙан ысҡындырып ебәрә. Күбәләк шатлығынан Әлфиәнең баш осонда әйләнеп оса ла, сәскәләр үҫкән аҡланға табан осоп китә.
Ғаяз аптырап: “Һин ни эшләп гел генә барыһына ла ярҙам итәһең, башҡа эшең юҡмы ни” - тип һораны. “Миңә өләсәйем, яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай, тип өйрәтте”- тип яуап бирә Әлфиә.
Оҙаҡ ҡына йөрөгәндәр улар урманда, Ғаяздың тамағы кибеп китә, хәле бөтә.”Әйҙә шишмәнән һыу эсеп алайыҡ”- ти Әлфиәгә. Уға шишмә һыуы шул тиклем тәмле тойола: “Их тәмлекәй!”-тип хатта маҡтап та ала. Сылттырап аҡҡан шишмә Ғаяздың ысын күңелдән әйткән һүҙенә бик шатланып китә.
|