Үҙең таны

Үҙең таны (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 18.03.1990. Малеевка. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (71-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Үҙең таны


Телгә алған саҡта минең исемемде,
Йылмайыуы балҡып китһә йөҙөндә,
Йә борсолоп һорай ҡалһа хәлемде –
Бел – сағылам дуҫтарымдың күҙендә.

Әшәке һәм түбән һүҙҙәр ишетһәң,
Өндәшмәйсә ҡаршы тырыш түҙергә,
Исемем һәм есемемдән көнләшһә–
Был – сағылам дошманымдың һүҙендә.

Әгәр инде ҡараштарын йәшереп,
Моңһоу ғына башын аҫҡа эйгәне,
Ауыр итеп бер һулағас, тын ғына:
“Үтте инде, үтте, китте”, – тигәне.
Бел, был булыр йәшлек йәрем, һөйгәнем.

Күрһәң әгәр һин бер ҡасан күҙҙәрҙең,
Мөлдөрәп тә әсе йәшкә тулғанын,
Үҙең аңла уның йөрәк серҙәрен,
Үҙең таны – кем күҙҙәре булғанын…



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.