Һанарға өйрәнәм: Меңъяпраҡ. Гүзәл Ситдиҡова

Меңъяпраҡ
автор Гүзәл Ситдиҡова
«Һанарға өйрәнәм» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 2012.


Меңъяпраҡ



Меңъяпраҡ тигән булалар,
Ҡайҙан мең булһын инде,
Һәр береһен иҫәпләнем,
Йыя алманым меңде.
Үҙең уйла: бер һабаҡта
Егерме ике япраҡ,
Икенсеһен иҫәпләнем-
Ун бишкә тулды саҡ-саҡ.
Башҡаһында – унан да аҙ.
Ә һабаҡтар ун бары.
Иҫәпләп ҡара иң шәптә
Нисә япрағы барын.
Ике йөҙ ҙә юҡ түгелме?
Мең тиҙәр, биҙа харап…
Ә ниңә меңъяпраҡ тиҙәр –
Йә, тиҙерәк бир яуап.


2012