Һанарға өйрәнәм: Мәҙәк иҫәп. Гүзәл Ситдиҡова

Мәҙәк иҫәп
автор Гүзәл Ситдиҡова
«Һанарға өйрәнәм» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 2012.


Мәҙәк иҫәп


Бер, ике, өс, дүрт,
Дүрт мөйөшлө йорт-йорт,
Мөйөш һайын бер ҡорт
Осоп йөрөй фырт-фырт.
Биш тә алты, ете,
Аяғымда итек,
Итектәрем ялт-йолт,
Китеп барам ялп-йолп.
Һигеҙ, туғыҙ, ун-ун,
Еңгәм кейгән тиртун,
Ташып йөрөй утын,
Мейесендә - уты.


2012