Һанарға өйрәнәм: Тиҫтәләр. Гүзәл Ситдиҡова

Ун
автор Гүзәл Ситдиҡова
«Һанарға өйрәнәм» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 2012.


Тиҫтәләр


Ун, егерме, утыҙ, ҡырҡ,
Йәле, Йәрми, утын ҡырҡ,
Илле, алтмыш һәм етмеш
Һикһәнде ҡыуып етмеш,
Туҡһан һәм йөҙ – етеҙҙәр,
Кемдәр ҡыуып етерҙәр?


2012