Һанарға өйрәнәм: Ун. Гүзәл Ситдиҡова

Ун
автор Гүзәл Ситдиҡова
«Һанарға өйрәнәм» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 2012.


Ун


Ике аяҡ, ике ҡул,
Бөтәһе бергә - дүрт ул.
Ике ҡулда бишәрҙән
Бармаҡтарым булды ун.


Туғыҙ менән Бер
Йөрөйҙәр бейеп,
Икебеҙ бергә
Беҙ бит – Ун, тиеп.

Ике һәм Һигеҙ
Йырлап алдылар,
Беҙ ҙә - Ун тиеп
Хәбәр һалдылар.

Ете менән Өс
Етәкләштеләр,
Ун ул – беҙ, тиеп,
Бәхәсләштеләр.

Алты менән Дүрт
Шуҡ йылмайҙылар,
Бер тиҫтәбеҙ, тип,
Сығып тайҙылар.

Биш менән Бишәү –
Ике игеҙәк
Унға иҫәпте
Ҡуйҙы тигеҙләп.

Улар ҙа бит Ун,
Бер тиҫтә, тимәк.
Барыһы хаҡлы –
Шуныһы ирмәк.


2012