Һин түгелһең икән...

Һин түгелһең икән... (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 11.02.2006. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (50-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Һин түгелһең икән...


Һин түгелһең икән табыныр йәр,
Ҡыланыуың ғына аҡыллы,
Матур һының, буйың хәжәт түгел –
Хыялдарың тормай саҡырып.

Бөҙрә һүҙҙәр – һинең аҡыл түгел,
Һиңә тиклем уны әйткәндәр,
Минең йөрәк, шул һүҙҙәргә әүрәп,
Эләккәндәй мәкер-йәтмәгә.

Һәр аҙымды үлсәп баҫыуҙарҙан
Арығанмын, шуға абындым,
Иҫәбем юҡ инде һунарсыға
Ризыҡ булыу аңһыҙ табында.

Хаталаныу – еңеүгә бер аҙым,
Туҡталыу юҡ, ҡурҡып тоҙаҡтан…
Яңғыҙ ҡалмам ҡара төндәремдә –
Яҡты маяҡ – хыял оҙата!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.