Әл-Исра сүрәһе

Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев
'

17. ӘЛ-ИСРА (ТӨНДӘ КҮСЕРЕҮ) СҮРӘҺЕ Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
1. Үҙ ҡолон төндә «Харам мәсет»тән Беҙ аяттарыбыҙҙы күрһәтеү өсөн тирә-яғын бәрәкәтле иткән «Йыраҡ мәсет»кә күсергән затҡа дан! Ул, ысынлап та, ишетеүсе, күреүсе!
2. Һәм Беҙ Мусаға китап бирҙек һәм уны Исраил балаларына ҡулланма иттек: «Үҙегеҙгә минән башҡаны үәкил итеп тотмағыҙ,
3. эй һеҙ, Беҙ Нух менән көймәлә йөрөткән кешеләрҙең тоҡомдары! Ысынлап та, ул шөкөр итеүсе ҡолдарҙан булды!»
4. Беҙ Исраил балаларына китапта: «Һеҙ Ер йөҙөндә ике тапҡыр боҙоҡлоҡ эшләрһегеҙ һәм оло тәкәбберләнеп тәкәбберлек ҡылырһығыҙ»,— тип хөкөм ҡылдыҡ.
5. Инде шул икенең беренсеһенең үәғәҙәһе килгәс, Беҙ һеҙгә Үҙебеҙҙең оло ҡеүәтле ҡолдарыбыҙҙы ебәрҙек, һәм улар йорттар араһынан үттеләр ҙә үәғәҙә ғәмәлгә ашырылды.
6. Унан һеҙгә уларға ҡаршы [уңышлы] боролош килтерҙек, һеҙгә байлыҡ һәм улар менән ярҙам иттек һәм ярҙамсыларығыҙҙы күберәк иттек.
7. Әгәр һеҙ изгелек эшләһәгеҙ, үҙегеҙ өсөн эшләйһегеҙ, яманлыҡ ҡылһағыҙ ҙа шулай уҡ үҙегеҙ өсөн. Инде бына һуңғыһының үәғәҙәһе килгәс,— ... улар һеҙҙең йөҙҙәрегеҙгә ҡайғы һалһын өсөн, һәм мәсеткә беренсе тапҡыр ингәндәре кеүек инһендәр өсөн, һәм барлыҡ еңгән нәмәләрен һәләк итһендәр өсөн.
8. Ихтимал, Раббығыҙ һеҙҙе кисерер, ә әгәр ҡайтһағыҙ, Беҙ ҙә ҡайтырбыҙ һәм кафырҙарға тамуҡты зиндан итербеҙ.
9. Ысынлап та, был Ҡөрьән тура булған юлға күндерә, һәм изгелек ҡылыусы иман килтергән кешеләрҙе бөйөк әжер менән һөйөнсөләй,
10. һәм ахирәт көнөнә иман килтермәгән кешеләргә Беҙҙең интектергес ғазап әҙерләүебеҙҙе [һөйөнсөләй].
11. Ә кеше яҡшылыҡҡа доға ҡылған шикелле яманлыҡҡа ла доға ҡыла. Кеше ашығыусан бит.
12. Һәм Беҙ төн менән көндө ике аят ҡылдыҡ, һәм Беҙ төн аятын юябыҙ ҙа, Раббығыҙҙың йомартлығын үҙегеҙгә эҙләүегеҙ өсөн көн аятын күрһәтеүсе итәбеҙ, һәм һеҙ йылдарҙың һанын һәм хисапты белһен өсөн. Һәм һәр бер нәмәне үҙ тәртибендә аңлаттыҡ.
13. Һәм Беҙ һәр кешенең муйынына уның ҡошон [яҙмыш билдәһен] йәбештерҙек һәм ҡиәмәт көнөндә уның өсөн китап сығарасаҡбыҙ, һәм ул уны асылған хәлдә алыр:
14. «Китабыңды уҡы! Һинең өсөн бөгөн үҙеңдең хисапсы булыуың да етер!»
15. Берәү тура юлдан барһа, үҙе өсөн бара, берәү аҙашһа, үҙенә зарарға аҙаша, һис бер йөк күтәреүсе икенсе йәндең йөгөн күтәрмәҫ. Һәм Беҙ рәсүл ебәргәнгә ҡәҙәр газап ҡылыусы булманыҡ.
16. Һәм, әгәр берәй ҡаланы һәләк итергә теләһәк, ундағы изгелек күрһәтелгән кешеләренә бойороҡ бирҙек, ә улар унда боҙоҡлоҡ эшләне, шул саҡта уға [ҡалаға] ҡарата һүҙ раҫ булды, һәм уны Беҙ бөтөнләй юҡ иттек.
17. Һәм Беҙ Нухтан һуң күпме быуындарҙы һәләк иттек! Һәм Раббыңдың Үҙ ҡолдарының гонаһтарын күреүсе һәм белеүсе булыуы етер.
18. Әгәр бер кеше тиҙ үтә торғанды [донъяны] теләһә, Беҙ уның өсөн теләгән нәмәне ашыҡтырҙыҡ. Унан хурланып, шелтәләнеп янһын өсөн, Беҙ уның өсөн тамуҡ яһаныҡ.
19. Әгәр берәй кеше ахирәтте теләһә һәм бар кәрәкле тырышыу менән уға ынтылһа, һәм ул кеше иман килтергән булһа, былар — тырышыуҙарына яуап [рәхмәт] бирелгәндәрҙән.
20. Беҙ уларҙың барыһына ла: тегеләренә лә, быларына ла Раббыңдың биргәненән ярҙам итәбеҙ, һәм Раббың бирә торған нәмәләр сикһеҙ.
21. Күҙ һалып ҡара һин, нисек Беҙ берәүҙәрҙе икенселәрҙән өҫтөнөрәк ҡуйҙыҡ, ә бит ахирәт дәрәжә яғынан да оло һәм өҫтөнлөк яғынан да оло бит.
22. Алла менән икенсе илаһ тотма! Юғиһә шелтәләнерһең һәм ташлап ҡалдырылырһың.
23. Раббың һеҙгә Унан башҡа һис кемгә ғибәҙәт ҡылмаҫҡа һәм ата-әсәләргә изгелек күрһәтергә хөкөм итте. Әгәр һинең ҡаршыңда ата-әсәләреңдең берәйһе йәки икеһе лә ҡартайһа, уларға «Уф!» — тип тә әйтмә! Уларға ҡысҡырма! Уларға матур һүҙ генә әйт.
24. Улар алдында мәрхәмәт менән түбәнселек ҡанатын йәй һәм: «Раббым! Улар кескенә сағымда мине тәрбиәләгәндәре кеүек, һин уларға рәхмәт ҡыл!» — тип әйт.
25. Әгәр һеҙ изге эштәр эшләүсе булһағыҙ, һеҙҙең күңелегеҙҙә нимә булғанды Раббығыҙ яҡшы белә. Һәм, ысынлап та, Ул тәүбә ҡылыусыларҙы кисереүсе!
26. Һәм туғандарға тейешлеһен бир, һәм ярлыларға, һәм юлсыларға, һәм исраф ҡылма,
27. малдарын әрәм-шәрәм итеүселәр — шайтандарҙың туғандары ул. Ә шайтан Раббыһы яҡшылығына ҡәҙерһеҙ булды.
28. Өмөт итеп Раббыңдың рәхмәтен эҙләгән саҡта һин уларҙан йөҙ сөйөрһәң, уларға йомшаҡ һүҙ әйт.
29. Һәм ҡулыңды муйыныңа бәйләнгән һымаҡ итмә һәм уны бөтә киңлегенә асып та ебәрмә, юғиһә шелтәләнерһең һәм ҡайғырып ултырырһың.
30. Ысынлап та, Раббың ризыҡты теләгән кешегә киңәйтә һәм тарайта [бүлә]. Ысынлап та, Раббың ҡолдарын белә, күрә!
31. Ярлылыҡтан ҡурҡып балаларығыҙҙы үлтермәгеҙ. Беҙ уларҙы ла һәм үҙегеҙҙе лә туйҙырырбыҙ. Ысынлап та, уларҙы үлтереү — оло гонаһ!
32. Һәм зинаға яҡын килмәгеҙ, был — бысраҡлыҡ һәм боҙоҡ юл!
33. Һәм хаҡлы осраҡтан башҡа, Алла харам ҡылған бер йәнде лә үлтермәгеҙ, әгәр берәй кеше нахаҡҡа үлтерелһә, уның яҡынына Беҙ хакимлыҡ бирҙек. Ләкин ул үлтереүҙә сиктән уҙмаһын. Ысынлап та, уға ярҙам күрһәтелде бит.
34. Һәм етемдәр бәлиғ булғанға саҡлы уларҙың малына яҡын килмәгеҙ,— яҡшылыҡ менән генә булмаһа инде,— килешеүҙе үтәгеҙ, килешеү тураһында һораласаҡ.
35. Һәм үлсәүҙе дөрөҫ ҡылығыҙ, үлсәгән уаҡытта дөрөҫ үлсәгес менән үлсәгеҙ. Был яҡшы һәм һөҙөмтәһе менән күркәм.
36. Һәм ул турала белемең булмаған нәмәгә эйәрмә! Ҡолаҡ һәм күҙ, һәм йөрәк — ошолар барыһы ла был турала һораласаҡтар.
37. Һәм Ер йөҙөндә маһайып йөрөмә, һин Ерҙе тишә алмаҫһың һәм тауҙарҙай була алмаҫһың!
38. Ошоларҙың барыһының да яманлығы Раббың ҡаршыһында насар [һанала].
39. Был — Раббың тарафынан һиңә хикмәттән үәхи ителгәндәрҙән, Алла менән йәнәш башҡа илаһ тотма, юҡһа шелтәләнеп һәм хурланып тамуҡҡа һалынырһың!
40. Раббығыҙ һеҙгә ир балаларҙы биреп, ә Үҙенә ҡыҙ балалар итеп фәрештәләрҙе алдымы ни? Ысынлап та, һеҙ бик оло [гонаһлы] һүҙ әйтәһегеҙ бит!
41. Һәм улар иҫкә алһын өсөн, Беҙ был Ҡөрьәндә бәйән ҡылдыҡ, әммә ул уларҙың нәфрәттәрен генә арттырҙы.
42. «Әгәр, улар әйткәнсә, Уның менән бергә тағы икенсе илаһтар ҙа булһа, ул саҡта улар тәхет эйәһенә юл теләрҙәр ине»,— тип әйт.
43. Дан Уға, һәм улар әйткән нәмәнән Ул оло юғарылыҡта!
44. Уны ете Күк һәм Ер, унда булған нәмәләр данлай. Уны данламаған бер нәмә лә юҡ. Тик һеҙ уларҙың тәсбихтәрен аңламайһығыҙ ғына. Ысынлап та, Ул — баҫалҡы, кисереүсе!
45. Һәм, һин Ҡөрьән уҡыған уаҡытта, Беҙ һинең менән һәм ахирәткә иман килтермәгән кешеләр араһына күҙгә күренмәй торған шаршау ҡорабыҙ.
46. Һәм улар уны аңламаһын өсөн күңелдәренә ҡорма һалдыҡ, ә ҡолаҡтарына — һаңғыраулыҡ. Һәм һин Ҡөрьәндә Раббыңды берҙән-бер тип иҫкә алһаң, улар нәфрәтләнеп арттарына әйләнәләр.
47. Һине тыңлаған уаҡытта уларҙың нәмәгә ҡолаҡ һалғандарын Беҙ яҡшыраҡ беләбеҙ. Уларҙың йәшерен һөйләшеүҙәре булһа, шул саҡта залимдар: «Һеҙ сихырланған кешегә генә эйәрәһегеҙ бит!» — тиҙәр.
48. Ҡара әле, нисек улар һиңә мәҫәлдәр килтерәләр һәм аҙаштылар, һәм юл таба алмайҙар!
49. Һәм улар: «Әллә беҙ һөйәктәр булып таралып бөткәс, яңынан барлыҡҡа килтерелеп, ҡәберҙән ҡуптарыласаҡбыҙмы?» — тинеләр.
50. Әйт: «Таш йәки тимер булығыҙ,
51. йәки күкрәктәрегеҙҙә ҙурая торған мәхлүҡ [булығыҙ]!..» Һәм улар: «Кем һуң беҙҙе ҡайтарыр?» — тип әйтерҙәр. «Һеҙҙе беренсе тәү барлыҡҡа килтереүсе»,— тип әйт. Һәм улар һиңә ҡарап баштарын һелкерҙәр, һәм: «Был ҡасан һуң?» — тиерҙәр. «Ихтимал, был тиҙ булыр»,— тип әйт.
52. Шул көндө Ул һеҙҙе саҡырғас, Уға Уны маҡтап яуап бирерһегеҙ һәм бик аҙ торғанбыҙ тип уйларһығыҙ.
53. Минең ҡолдарыма әйт, улар күркәм булған һүҙҙе генә һөйләһендәр, ысынлап та, шайтан улар араһына дошманлыҡ һала, ысынлап та, шайтан кеше өсөн асыҡ дошман булды!
54. Раббығыҙ һеҙҙе яҡшыраҡ белә. Әгәр Ул теләһә, һеҙҙе кисерер, әгәр теләһә, ғазаплар. Беҙ һине улар өҫтөнә үәкил итеп ебәрмәнек.
55. Һәм Раббың күктәрҙә һәм Ерҙә кемдәр булғанды яҡшыраҡ белә. Беҙ бәйғәмбәрҙәрҙең ҡайһы береһен икенселәренән өҫтөнөрәк иттек, һәм Дауытҡа Зәбурҙы бирҙек.
56. «Алланан башҡа кемде раҫлағанһығыҙ, шуларҙы саҡырығыҙ, уларҙың һеҙҙән яманлыҡты алып ташларға ла йәки үҙгәртергә лә көстәре етмәй!» — тип әйт.
57. Улар доға ҡылған теге нәмәләр, Раббыларына ынтылыу юлын үҙҙәре эҙләйҙәр, уларҙың ҡайһыһы яҡыныраҡ тип, Уның рәхмәтен өмөт итәләр, һәм Уның ғазабынан ҡурҡалар. Ысынлап та, Раббыңдың ғазабынан ҡурҡырға кәрәк!
58. Һәм ҡиәмәт көнөнә тиклем Беҙ һәләк итмәгән йәки ҡаты ғазап менән яза бирмәгән бер ҡала ла юҡ. Был китапта шулай яҙылған булды!
59. Һәм үткәндәге халыҡтарҙың ялғанға һанауҙары ғына Беҙҙе аяттар менән ебәреүҙән тыйҙы. Ҫәмүд халҡына күрһәтмә рәүештә инә дөйә бирҙек, ә улар уға ғәҙелһеҙлек ҡылды. Ысынлап та, Беҙ аяттарыбыҙ менән ҡурҡытыу өсөн генә ебәрәбеҙ!
60. Һәм бына Беҙ һиңә: «Ысынлап та, Раббың кешеләрҙе солғай!» — тип әйттек. Һәм Беҙ һиңә күрһәткән нәмәне кешеләрҙе һынау өсөн генә күрһәттек һәм Ҡөрьәндә ләғнәт ителгән ағасты. Беҙ уларҙы ҡурҡытабыҙ, әммә был уларҙа оло буйһонмаусылыҡ ҡына арттыра.
61. Һәм бына Беҙ фәрештәләргә: «Әҙәмгә сәждә ҡылығыҙ!» — тинек. Һәм уларҙың Иблистән башҡаһы сәждә ҡылды. Ул: «Һин балсыҡтан яратҡан нәмәгә мин сәждә ҡыламмы һуң?» — тине,
62. һәм ул: «Күрәһеңме, һин уны минән артығыраҡ иттең бит, әгәр миңә ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр кисектерһәң, мин Уның тоҡомон, аҙ ғынаһынан башҡаһын, һәләк итермен»,— тине.
63. Ул әйтте: «Кит! Уларҙан һиңә кем эйәрһә, ул саҡта һеҙгә тулы яза итеп — тамуҡ!
64. Уларҙан көсөң еткән кешене тауышың менән ҡоторт һәм уларға ҡаршы атлыларыңды һәм йәйәүлеләреңде йый, һәм уларҙың байлыҡтарында һәм балаларында ҡатнашлыҡ ит, уларға үәғәҙә бир, ысынлап та, шайтан алдап ҡына үәғәҙә бирә бит!
65. Ысынлап та, Минең ҡолдарым өҫтөнән һинең хакимлығың булмаҫ, һәм Раббыңдың үәкил булыуы етер!»
66. Раббығыҙ һеҙ Уның рәхмәтен эҙләүегеҙ өсөн һеҙгә диңгеҙҙә көймәләр йөрөтә. Ысынлап та, Ул һеҙгә ҡарата рәхимле!
67. Һәм әгәр диңгеҙҙә һеҙгә бәлә-ҡаза ҡағылһа, Унан башҡа доға ҡылған нәмәгеҙ юғала, ә әгәр Беҙ һеҙҙе ҡороға сығарып ҡотҡарһаҡ, һеҙ йөҙ сөйөрәһегеҙ. Ысынлап та, кеше ҡәҙерһеҙ!
68. Уның һеҙҙең менән ҡоро ерҙең бер киҫәген йотоуынан йәки һеҙҙең өҫтөгөҙгә ташлы өйөрмә ебәреүенән именлектәме ни һеҙ? Ул саҡта үҙегеҙгә яҡлаусы тапмаҫһығыҙ.
69. Әллә Уның һеҙҙе икенсе тапҡыр унда ҡайтарып, өҫтөгөҙгә емереүсе ел ебәреп, кафыр булғанығыҙ өсөн һыуға батырыуынан именһегеҙме? Шунан үҙегеҙгә Беҙгә ҡаршы шелтә ҡылыусыны ла тапмаҫһығыҙ.
70. Һәм Беҙ әҙәм балаларын хөрмәтле ҡылдыҡ һәм уларҙы ҡорола һәм диңгеҙҙә йөкмәнек, һәм уларға яҡшы нәмәнән ризыҡ бирҙек, һәм уларға Үҙебеҙ барлыҡҡа килтергән нәмәләрҙең күптәренә ҡарағанда өҫтөнлөк бирҙек.
71. Беҙ барлыҡ кешеләрҙе үҙҙәренең юлбашсылары менән саҡырған һәм берәүгә китабы уң ҡулына бирелгән көндө — улар китаптарын уҡыр һәм хөрмә төшө ҡабығы тиклем дә йәберләнмәҫ.
72. Әгәр берәй кеше был донъяла һуҡыр булһа, ул ахирәттә лә һуҡыр һәм юлдан иң ныҡ аҙашҡан булыр.
73. Һәм бына Беҙгә ҡарата икенсе нәмәне ялған уйлаһын тип, улар һине Беҙ һиңә үәхи иткән нәмәнән дүндерергә яҡын булдылар. Ул уаҡытта улар һине үҙҙәренә дуҫ итерҙәр ине.
74. Һәм, әгәр Беҙ һине нығытмаһаҡ, һин аҙ ғына булһа ла улар яғына ауышырға яҡын инең.
75. Ул уаҡытта Беҙ һиңә тереклектән дә, үлемдән дә икеләтә өлөш татытыр инек. Шунан һин Беҙгә ҡаршы ярҙамсы тапмаҫ инең!
76. Һәм улар һине Ерҙән сығарыу өсөн Ерҙән күтәрергә әҙер булдылар, ул саҡта улар һинән һуң аҙ ғына торорҙар ине.
77. Рәсүлдәребеҙҙән һиңә тиклем ебәрелгәндәрҙең ғәҙәте буйынса. Һәм Беҙҙең йолабыҙҙа һин үҙгәреш тапмаҫһың.
78. Ҡояш сыҡҡандан һуң төн ҡараңғылығына саҡлы намаҙ уҡы, ә Ҡөрьәнде — таңда. Ысынлап та, таңдағы Ҡөрьәндең шаһиттары бар!
79. Һәм төндә ирекле рәүештә уның [Ҡөрьән] менән тырыш, бәлки Раббың һиңә маҡтаулы урын бирер!
80. Һәм: «Раббым! Дөрөҫ инеү юлынан индер һәм дөрөҫ сығыу юлынан сығар һәм миңә Үҙ тарафыңдан ярҙам итеп хакимлыҡ бир!» — тип әйт.
81. Һәм: «Хаҡлыҡ килде, ялған юҡ булды, ысынлап та, ялған юҡ була торған нәмә бит!» — тип әйт.
82. Һәм Беҙ Ҡөрьәндән иман килтергән кешеләргә шифа һәм рәхмәт булған нәмәне иңдерәбеҙ. Залимдарға ул зыянды ғына арттыра.
83. Һәм, әгәр Беҙ кешегә ниғмәт күрһәтһәк, боролоп китеп йыраҡлаша, ә әгәр уға яманлыҡ ҡағылһа, өмөтһөҙләнә.
84. «Һәр кем үҙенә оҡшағанды эшләй, Раббың кемдең тура юлдараҡ икәнен яҡшыраҡ белә»,— тип әйт.
85. Улар һинән рух [йән] тураһында һорайҙар. «Рух — Раббымдың бойороғонан, һәм һеҙгә белем бик аҙ бирелде бит»,— тип әйт.
86. Һәм, әгәр Беҙ теләһәк, һиңә үәхи ителгән нәмәләрҙе, әлбиттә, алып китер инек, ә унан һуң һин бында Беҙгә ҡаршы үәкил тапмаҫ инең,
87. үҙеңдең Раббыңдың рәхмәтенән башҡа. Ысынлап та, Уның йомартлығы һиңә ҙур!
88. «Әгәр кешеләр һәм ендәр йыйылып, ошо Ҡөрьәнгә оҡшағанды яһарға теләһәләр, уларҙың ҡайһы берҙәре икенселәренә булышһалар ҙа, уға оҡшағанды килтерә алмаған булырҙар ине»,— тип әйт.
89. Һәм Беҙ ошо Ҡөрьәндә кешеләргә төрлө мәҫәлдәр килтерҙек, әммә күпселек кешеләр кафыр булыуҙарында ныҡ торалар.
90. Һәм улар әйтте: «Беҙ һиңә беҙҙең өсөн Ерҙән шишмә сығарғаныңа тиклем ышанмаясаҡбыҙ,
91. йәки һинең хөрмә һәм йөҙөм ағастарынан торған баҡсаң булһын, һин улар араһында арыҡтар үткәрерһең,
92. йәки беҙҙең өҫтөбөҙгә, һин әйткәнсә, киҫәк-киҫәк итеп Күкте төшөрөрһөң йәки беҙҙең алдыбыҙға Алла һәм фәрештәләр менән килерһең,
93. йәки һинең алтын менән биҙәлгән өйөң булыр, йәки һин Күккә менерһең. Әммә беҙ һинең Күккә күтәрелеүеңә лә һис ышанмайбыҙ, һин беҙгә беҙ уҡыясаҡ китап төшөргәнгә тиклем». «Раббыма дан! Мин кеше — рәсүл генә түгелме ни?» — тип әйт.
94. Кешеләргә ҡулланма килгәндән һуң, иман килтереүҙән уларҙы «Ысынлап та, Алла рәсүл итеп кешене ебәргәнме ни?» — тигән һүҙҙәре генә тотҡарлай.
95. «Әгәр Ер йөҙөндә тыныс ҡына йөрөгән фәрештәләр булһа, Беҙ уларға рәсүл итеп Күктән фәрештәне төшөргән булыр инек»,— тип әйт.
96. «Аллаға минең менән һеҙҙең арала шаһит булыу етер. Ул Үҙенең ҡолдары тураһында белеүсе һәм күреүсе!» — тип әйт.
97. Һәм Алла кемде тура юлға күндерһә, шул тура юлдан бара, ә кемде аҙаштырһа, һин уға Унан башҡа яҡлаусылар тапмаҫһың. Ҡиәмәт көнөндә Беҙ уларҙы йөҙҙәрендә йыйырбыҙ, һуҡыр, телһеҙ, һаңғырау итеп. Уларҙың урындары тамуҡта, һүнә башлаған һайын утын арттырырбыҙ.
98. Беҙҙең аяттарыбыҙға ышанмағандары өсөн һәм: «Әллә беҙ һөйәктәр булып сереп таралғандан һуң, яңынан барлыҡҡа килтереләбеҙме?» — тип әйткәндәре өсөн ошо ғазап уларға.
99. Күктәрҙе һәм Ерҙе яратҡан Алланың уларға оҡшағандарҙы барлыҡҡа килтерергә көсө еткәнен, һәм уларға шикләнмәҫлек әжәл билдәләнгәнен күрмәнеләрме ни улар? Ләкин залимдар кафырлыҡтан башҡа бар нәмәне лә кире ҡаға.
100. «Әгәр һеҙ Раббымдың рәхмәт хазиналарына хужа булһағыҙ, ул саҡта ла ярлылыҡтан ҡурҡып бөхиллек ҡылыр инегеҙ. Ысынлап та, кеше һаран шул!» — тип әйт.
101. Һәм Беҙ Мусаға туғыҙ асыҡ аят бүләк иттек. Исраил балаларынан һора, ул уларға килгәс, Фирғәүен уға: «Мин уйлайым, һин, Муса, сихырланғанһың бит»,— тине.
102. Ул: «Һин быларҙы өлгө аяттар итеп күктәрҙең һәм Ерҙең Раббыһы ғына төшөргәнен беләһең бит, һәм мин уйлайым, һин, Фирғәүен, һәләк булған кеше»,— тине.
103. Ул уларҙы Ерҙән сығарып ташларға уйланы, ә Беҙ уны һәм уның менән булған кешеләрҙең барыһын да [диңгеҙгә] батырҙыҡ.
104. Шунан һуң Исраил балаларына: «Ошо ерҙә тороғоҙ, ахирәттең үәғәҙәһе килгәс, Беҙ һеҙҙең барығыҙ менән дә бергә килербеҙ»,— тинек.
105. Беҙ уны хаҡлыҡ менән иңдерҙек, һәм ул хаҡлыҡ менән иңде. Һәм Беҙ һине һөйөнсөләүсе һәм өгөтләүсе-иҫкәртеүсе итеп ебәрҙек.
106. Һәм Беҙ һиңә Ҡөрьәнде кешеләргә киҫәк-киҫәк итеп уҡыуың өсөн бүлгеләп иңдерҙек, һәм Беҙ уны [бер-бер артлы] иңдереү рәүешендә ебәрҙек.
107. Әйт: «Һеҙ уға иман килтерәһегеҙме йәки иман килтермәйһегеҙме, уға тиклем белем бирелгәндәр, әгәр уларға ул уҡылһа, улар һаҡалдарына [йөҙтүбән] йығылып сәждә ҡылалар,
108. һәм: «Раббығыҙға дан! Ысынлап та, Раббыбыҙҙың үәғәҙәһе үтәлә!» -- тиҙәр.
109. Һәм улар илай-илай һаҡалдарына йығылалар һәм ул уларҙың түбәнселеген арттыра».
110. «Алла тип доға ҡылығыҙ йәки Әр-Рәхман тип доға ҡылығыҙ, нисек кенә доға ҡылһағыҙ ҙа, Унда иң яҡшы исемдәр»,— тип әйт. Намаҙҙы ҡысҡырып та уҡыма, бышылдап та уҡыма, икеһенең араһынан юл тот.
111. Һәм: «Үҙенә бала тотмаған, Уның батшалығында тиңдәше булмаған һәм Уның хурлыҡҡа төшөүҙән һаҡлаусыһы булмаған Аллаға дан!» — тип әйт. Һәм Уны ҙур ололау менән олола!