16. ӘН-НӘХЛ (БАЛ ҠОРТО) СҮРӘҺЕ
Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
1. Алланың әмере килде, уны ашыҡтырмағыҙ. Дан Уға, һәм улар Уға тиңдәш тотҡан нәмәнән Ул юғары!
2. Ул бойороғо менән ҡолдарынан теләгән берәүгә фәрештәләр менән рух иңдерә: «Минән башҡа илаһ юҡ, тип өгөтләгеҙ, Минән ҡурҡығыҙ!»
3. Ул — хаҡлыҡ менән күктәрҙе һәм Ерҙе яратты. Улар Уға тиңдәш тотҡан нәмәнән юғары Ул!
4. Ул кешене тамсынан яратты. Һәм бына ул — асыҡтан-асыҡ дошманлашыусы.
5. Һәм Ул хайуандарҙы бар итте, уларҙа — һеҙҙең өсөн йылылыҡ һәм файҙа, һәм һеҙ уларҙан туҡланаһығыҙ.
6. Һәм уларҙы ялға ҡыуған уаҡытта һәм [көтөүгә] сығарған уаҡытта уларҙа һеҙҙең өсөн матурлыҡ бар.
7. Һәм улар йөктәрегеҙҙе һеҙ унда үҙегеҙҙе арытмайынса барып етә алмаған илгә тиклем йөрөтәләр. Ысынлап та, Раббығыҙ миһырбанлы, рәхимле!
8. Һәм һеҙгә менеп йөрөр өсөн һәм матурлыҡ өсөн аттарҙы, ҡасырҙарҙы һәм ишәктәрҙе [бар итте]. Ул һеҙ белмәгән нәмәләрҙе бар ҡыла.
9. Алла өҫтөндә — юлға алып барыу. Унан сигенеүселәр ҙә бар. Әгәр Ул теләһә, барығыҙҙы ла тура юлға күндерер ине.
10. Ул — күктәрҙән һыуҙы төшөрә: унан һеҙҙең өсөн эсемлек һәм һеҙ көтөү көткән ағастар.
11. Ул уның менән һеҙҙең өсөн игендәрҙе һәм зәйтүн ағасын, һәм хөрмә, һәм йөҙөм ағастарын, һәм һәр төрлө емештәрҙе үҫтерә. Ысынлап та, ошоларҙа уйлап ҡараған кешеләргә аят бар!
12. Һәм Ул һеҙгә төн менән көндө, Ҡояш менән Айҙы буйһондорҙо, һәм Уның әмере менән йондоҙҙар буйһондоролдо. Ысынлап та, бында аҡыллы халыҡтарға аят бар!
13. Һәм Ул һеҙҙең өсөн Ер йөҙөндәге төрлө нәмәләрҙе таратты. Ысынлап та, иҫкә алған кешеләргә бында аят бар!
14. Һеҙгә унан яңы ит алып ашау өсөн һәм һеҙ кейгән биҙәнеү әйберҙәре сығарыу өсөн диңгеҙҙе буйһондорҙо. Һәм һеҙ Алланың йомартлығын эҙләр өсөн унда көймәләрҙең һыуҙы ярып йөрөгәнен күрәһең бит. Моғайын, һеҙ шөкөр итеүселәрҙән булырһығыҙ!
15. Һәм Ул һеҙҙең менән Ер һелкенмәһен өсөн [ныҡ тороусы] тауҙарҙы Ергә һалды, һәм йылғаларҙы, һәм юлдарҙы — моғайын, һеҙ тура юлдан барырһығыҙ! —
16. һәм билдәләрҙе, һәм йондоҙҙар менән улар юл табырҙар.
17. Барлыҡҡа килтерә торған менән барлыҡҡа килтерә алмай торған берҙәйме ни? Һәм һеҙ аҡылығыҙға килмәҫһегеҙме ни?
18. Әгәр һеҙ Алланың ниғмәтен иҫәпләргә уйлаһағыҙ, һанап бөтөрә алмаҫһығыҙ. Ысынлап та, Алла — кисереүсе, рәхимле!
19. Алла һеҙ йәшергәнде лә, асыҡ эшләгәнде лә белә.
20. Ә Алланан башҡа улар доға ҡылған нәмәләр һис нәмә барлыҡҡа килтерә алмайҙар, әммә улар үҙҙәре барлыҡҡа килтерелгәндәр.
21. Үлектәр бит улар, тере түгел, һәм ҡасан тереләсәктәре тураһында белмәйҙәр.
22. Һеҙҙең илаһығыҙ — берҙән-бер илаһ. Ә ахирәткә ышанмаған кешеләр — уларҙың күңелдәре инҡар итә, ә үҙҙәре тәкәббер.
23. Шик юҡ — Алла уларҙың нимәне йәшергәндәрен һәм нимәне асыҡ эшләгәндәрен белә. Ысынлап та, Ул тәкәбберҙәрҙе яратмай!
24. Һәм әгәр уларға: «Раббығыҙ нимә иңдерҙе һуң?» — тип әйтелһә, улар: «Боронғоларҙың әкиәте»,— тиҙәр.
25. Ҡиәмәт көнөндә үҙҙәренең йөктәрен дә һәм белемһеҙ рәүештә үҙҙәре аҙҙырған кешеләрҙең дә йөктәрен алып барһындар әйҙә. Насар уларҙың алып барасаҡ йөктәре!
26. Уларға тиклем булғандар мәкер ҡылды, һәм Алла уларҙың биналарын нигеҙенән емерҙе, һәм уларҙың өҫтөнә өйҙәренең түбәһе төштө, һәм уларға ғазап көтмәгән яҡтан килде.
27. Шунан ҡиәмәт көнөндә Ул уларҙы хур ҡылыр һәм: «Улар тураһында һүҙ көрәштерә торған Минең тиңдәштәрем ҡайҙа?» — тип әйтер. Белем бирелгәндәр әйтер: «Хурлыҡ һәм яманлыҡ бөгөн кафырҙарға!» —
28. фәрештәләр тарафынан үҙ-үҙҙәренә золом ҡылған рәүештә уафат ҡылынасаҡтарға. Улар: «Беҙ яманлыҡ ҡылманыҡ»,— тип буйһоноу килтерәләр. Эйе, ысынлап та, Алла һеҙҙең нимә эшләгәнегеҙҙе белә!
29. «Унда мәңге тороу өсөн, тамуҡтың ҡапҡаһынан инегеҙ! Насар тәкәбберҙәрҙең урыны!
30. Һәм тәҡүәлеләргә: «Раббығыҙ нимә иңдерҙе?» — тип әйтелер. Улар: «Изгелек!» — тип әйтерҙәр. Был донъяла изгелек эшләгәндәргә — изгелек, ә ахирәт йорто яҡшыраҡ. Ниндәй яҡшы тәҡүәлеләрҙең йорто! —
31. ожмах баҡсалары, улар унда инерҙәр, уларҙың аҫтында йылғалар ағып тора, уларға унда — теләгән нәмәләре. Тәҡүәлеләргә Алла бына шулай бирә, —
32. фәрештәләр тарафынан бәхетле итеп уафат ҡылынғандарға! Улар: «Сәләм һеҙгә! Эшләгән эшегеҙ өсөн ожмахҡа инегеҙ!» — тип әйтерҙәр.
33. Әллә уларға фәрештәләр килгәнде йәки уларға Алланың әмере килгәнде көтәләрме? Уларға тиклем булғандар ҙа шулай эшләне. Алла уларҙы йәберләмәне, әммә улар үҙ-үҙҙәренә золом ҡылдылар.
34. Уларға эшләгән эштәренең әшәкелеге ҡағылды, һәм мыҫҡыллап көлгән нәмәләре уларҙы солғап алды.
35. Һәм Уға тиңдәш тотҡан кешеләр: «Әгәр Алла теләһә, беҙ Унан башҡа бер кемгә лә табынмаҫ инек,— беҙ ҙә һәм атайҙарыбыҙ ҙа, Унан башҡа һис бер нәмәне харам ҡылмаҫ инек»,— тип әйттеләр. Уларға тиклем булғандар шулай эшләне. Ә рәсүлдәргә асыҡ итеп еткереүҙән башҡа берәй нәмә йөкмәтелгәнме һуң?
36. Һәм Беҙ һәр өммәткә рәсүл ебәрҙек: «Аллаға ҡоллоҡ ҡылығыҙ һәм Тағуттан ситләшегеҙ!» Улар араһында Алла тура юлға күндергәндәр ҙә булды һәм аҙашыуға дусар булғандар ҙа булды. Ер йөҙөндә йөрөгөҙ һәм ялғанға иҫәпләгән кешеләрҙең һуңғы көндәре нисек булғанын ҡарағыҙ!
37. Әгәр һин уларға тура юлды бик теләһәң дә, Алла юлдан яҙҙырған кешене күндермәй бит һәм уларға ярҙамсылар юҡ!
38. Улар: «Алла үлгәнде терелтмәй»,— тип Алла менән — иң оло анттары менән — ант итәләр. Эйе, [тергеҙер] Үҙенең хаҡ үәғәҙәһе буйынса, әммә күп кешеләр белмәй,—
39. уларға нимә тураһында бәхәсләшкәндәрен аңлатыу өсөн һәм иман килтермәгән кешеләр ялғансы икәнлектәрен белһен өсөн.
40. Беҙ теләгән ниндәйҙер нәмә өсөн һүҙебеҙ— уға: «Бул!» — тип әйтеү, һәм ул була.
41. Ә золом күргәндән һуң Алла хаҡы өсөн күсеп киткән кешеләр,— Беҙ уларға ошо донъяла бик һәйбәт урындар бүләбеҙ, ә ахирәт көнөнөң әжере — ҙурыраҡ, әгәр улар белһә ине,—
42. сабыр булғандар һәм Раббыларына тәүәккәлләүселәр.
43. Һәм Беҙ һинән элек тә уларға Беҙ үәхи ҡылған кешеләрҙе генә ебәрҙек, әгәр үҙегеҙ белмәһәгеҙ, иҫкә төшөрөү әһелдәренән һорағыҙ,—
44. асыҡ аяттар һәм Әз-Зубур [яҙма] менән. Һәм кешеләргә иңдерелгән нәмәне уларға аңлатыу өсөн, һиңә иҫкә төшөрөүҙе иңдерҙек — моғайын, улар уйлап ҡарар!
45. Әллә боҙоҡлоҡҡа мәкер ҡорған кешеләр, Алла уларҙы Ерҙән йоттормаҫ йәки уларға ғазап улар белмәгән яҡтан килмәҫ тип ышаналармы икән?
46. Йәки уларҙы үҙгәрештәрендә эләктерер, һәм улар быны көсһөҙләндерә алмаҫтар?
47. Йәки уларҙы ҡурҡҡан саҡтарында тотор? Ысынлап та, Раббығыҙ — миһырбанлы, рәхимле!
48. Әллә улар Алла бар ҡылған һәр нәмәнең күләгәһе уңға һәм һулға ауышып, түбәнселек менән Аллаға сәждә ҡылғандарын күрмәнеләрме?
49. Күктәрҙә һәм Ерҙә булған хайуандар һәм фәрештәләр Аллаға сәждә ҡылалар, һәм улар тәкәбберләнмәйҙәр.
50. Улар өҫтәрендәге Раббыларынан ҡурҡалар һәм уларға ҡушылған эштәрҙе башҡаралар.
51. Һәм Алла: «Ике илаһ тотмағыҙ, ул — бер илаһ ҡына бит, һәм Минән ҡурҡығыҙ!» — тине.
52. Күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр — Алланыҡы! Уға ғына даими рәүештә буйһоноу. Әллә һеҙ Алланан башҡанан ҡурҡаһығыҙмы?
53. Һеҙгә ниндәй генә ниғмәт булһа ла, ул — Алланан, шунан һеҙгә бәлә-ҡаза ҡағылһа, һеҙ Аллаға ялбараһығыҙ.
54. Бынан һуң Ул һеҙҙән бәлә-ҡазаны ебәрһә, һеҙҙән бер төркөм Раббыларына тиңдәш тота,
55. Беҙ биргән нәмәләргә ышанмаҫ өсөн. Әйҙә, файҙаланығыҙ, аҙаҡ белерһегеҙ!
56. Улар Беҙ биргән нәмәләрҙән үҙҙәре белмәгән нәмәгә өлөш сығаралар. Алла менән ант итәм, ялған уйлағанығыҙ тураһында һеҙ һораласаҡһығыҙ!
57. Һәм улар Алланың ҡыҙ балалары бар тиҙәр,— Аллаға дан! — ә үҙҙәренә теләгәндәре була.
58. Һәм, әгәр уларҙың берәйһенә ҡыҙ бала менән һөйөнсөләнһә, уның йөҙө ҡарая һәм ул асыуын йота,
59. һөйөнсөләнгән нәмәнең әсеһенән халыҡтан йәшеренеп: хурлыҡ итеп ҡалдырырғамы быны йәки ергә йәшерергәме? Насар уларҙың уйлағандары!
60. Ахирәт көнөнә ышанмаған кешеләр өсөн яманлыҡ мәҫәле, ә Алла өсөн — иң юғары мәҫәл. Ысынлап та, Ул — бөйөк, хикмәтле!
61. Әгәр Алла золомдары өсөн кешеләрҙе тотоп алған булһа, ул саҡта Ул һис бер йән эйәһен дә унда ҡалдырмаҫ ине. Ләкин Ул уларҙы билдәле әжәлгә ҡәҙәр кисектерә. Һәм уларҙың әжәле килһә, улар бер сәғәткә лә кисектерә лә, тиҙләтә лә алмаҫтар.
62. Улар үҙҙәре яратмаған нәмәне Аллаға сифатлайҙар, уларҙың телдәре, уларға яҡшылыҡ булыр тип, уларға ялған һөйләй. Һис шик юҡ — уларға тамуҡ һәм улар шунда ташлап ҡалдырылырҙар!
63. Алла менән ант итәм, Беҙ һиңә тиклем дә халыҡтарға рәсүлдәр ебәрҙек, ә шайтан уларға эштәрен зиннәтләп күрһәтте. Бөгөн уларҙың дуҫы ул һәм уларға — интектергес ғазап!
64. Беҙ һиңә китапты улар бәхәсләшкән нәмәне аңлатыу өсөн һәм иман килтергән кешеләргә тура юл һәм рәхмәт итеп иңдерҙек.
65. Һәм Алла Күктән һыуҙы иңдерҙе, уның менән үлгәндән һуң Ерҙе терелтте. Ысынлап та, тыңлаған кешеләргә аят бар бит!
66. Хайуандарҙа ла һеҙҙең өсөн ғибрәт бар. Беҙ һеҙгә уларҙың ашҡаҙанындағы нәмә һәм ҡан араһында яһалғанды эсеүселәргә татлы саф һөт итеп эсерәбеҙ.
67. Һәм хөрмә ағастарының һәм йөҙөм ағастарының емештәренән иҫертә торған эсемлек һәм яҡшы ризыҡ алаһығыҙ. Ысынлап та, бында уйлап ҡараған кешеләр өсөн аят бар!
68. Һәм Раббың умарта ҡортона үәхи ҡылды: «Тауҙарҙа һәм ағастарҙа, һәм улар яһаған нәмәләрҙә оя яһа;
69. шунан һәр төрлө емештәр менән туҡлан һәм түбәнселек меңән Раббыңдың юлынан йөрө!» Уларҙың эстәренән кешеләргә шифалы булған төрлө төҫтәге эсемлек сыға. Ысынлап та, бында — фекер йөрөткән кешеләргә аят!
70. Алла һеҙҙе юҡтан бар итте, шунан Ул һеҙҙе уафат ҡыла. Һеҙҙең арағыҙҙан ҡайһы бер кешеләр, белгәндән һуң һис нәмә белмәү хәленә төшөр өсөн, иң түбән тормошҡа ҡайталар. Ысынлап та, Алла — белә, ҡөҙрәтле!
71. Алла һеҙҙең берәүҙәрегеҙҙе, икенселәрегеҙгә ҡарағанда, ризыҡта өҫтөн ҡылды. Өлөштәре артығыраҡ бирелгән кешеләр үҙҙәренең уң ҡулдары биләгәндәргә, улар тигеҙ булһындар өсөн, өлөштәрен ҡайтарып бирмәҫ. Әллә улар Алланың ниғмәтенә ҡәҙерһеҙ булырҙармы?
72. Алла һеҙгә үҙегеҙҙән ҡатындар бирҙе һәм ҡатындарығыҙҙан балалар һәм ейәндәр бирҙе һәм һеҙҙе яҡшы нәмәләр менән ризыҡланы. Инде, шулай булғас, улар ни өсөн ялған нәмәләргә ышаналар ҙа, Алланың биргән ниғмәттәренә ышанмайҙар?
73. Һәм улар Алланан башҡа уларға күктәрҙә һәм Ерҙә һис ризығы булмаған һәм бер нәмәгә лә көсө етмәгән нәмәләргә табыналар.
74. Аллаға мәҫәлдәр килтермәгеҙ. Ысынлап та, Алла белә, һеҙ белмәйһегеҙ!
75. Алла һеҙгә һис нәмәгә ҡөҙрәте булмаған ҡолдо һәм Беҙ Үҙ тарафыбыҙҙан яҡшы ризыҡ биргән һәм ул унан йәшерен дә һәм йәшеренмәйенсә лә сығым яһай торған кешене мәҫәл итәлер. Улар бер тигеҙҙәрме ни? Аллаға дан! Ләкин уларҙың күбеһе белмәй!
76. Һәм Алла мәҫәл итеп ике кешене килтерә: береһе — телһеҙ һәм һис нәмәгә көсө етмәй, ул хужаһына ауырлыҡ ҡына, ҡайҙа ғына ебәрһәләр ҙә, яҡшылыҡ менән ҡайтмай. Әллә был ғәҙеллеккә бойороусы һәм тура юлдан барыусы кеше менән бер тигеҙ буламы?
77. Күктәрҙә Һәм Ерҙә булған ғәйеп нәмә — Алланыҡы. Һәм сәғәттең килеүе — күҙ асып йомғансы йәки унан да тиҙерәк булыр. Ысынлап та, Алла һәр нәмәгә ҡөҙрәтле!
78. Алла һеҙҙе әсәләрегеҙҙең ҡарынынан сығарҙы, һәм һеҙ бер нәмә лә белмәй инегеҙ. Ул һеҙгә ишетеү һәм күреү, һәм йөрәк бирҙе — моғайын, һеҙ шөкөр итерһегеҙ!
79. Әллә улар күктәр һауаһына буйһондоролған ҡоштарҙы күрмәйҙәрме? Уларҙы бары тик Алла ғына тотоп тора. Ысынлап та, бында иман килтергән кешеләргә аяттар бар!
80. Һәм Алла һеҙгә өйҙәрегеҙҙән торлаҡ яһаны, хайуан тиреһенән һеҙ сәфәргә сыҡҡан сағығыҙҙа һәм туҡтап торғанығыҙҙа еңел генә күсерә торған өйҙәр бирҙе, һәм уларҙың йөндәренән, һәм сәстәренән, һәм ҡылдарынан — өй кәрәк-яраҡтары һәм билдәле уаҡытҡа тиклем уларҙан файҙаланыу.
81. Һәм Алла һеҙгә Үҙе бар иткән нәмәләрҙән күләгәне бирҙе һәм тауҙарҙа тороу урыны бирҙе, һәм һеҙҙе эҫенән һаҡлай торған кейемдәр бирҙе, һәм һеҙҙе [һуғышта] ғәйрәтегеҙҙән һаҡлай торған кейемдәрҙе бирҙе. Бына шулай Ул һеҙгә ниғмәтен тамам ҡыла — моғайын, һеҙ [Исламға] бирелерһегеҙ!
82. Әгәр улар йөҙ сөйөрһәләр, һинең өҫтөңдә асыҡ еткереү генә бит!
83. Улар Алланың ниғмәтен таный, ә унан һуң инҡар итә, уларҙың күбеһе кафырҙар бит!
84. Һәм Беҙ һәр халыҡтан шаһит ебәргән көндө иман килтермәгән кешеләргә бынан һуң һис тә рөхсәт ителмәҫ һәм уларға шәфҡәт тә күрһәтелмәҫ.
85. Золом ҡылыусылар ғазапты күргәндән һуң, ул [ғазап] уларҙан еңеләйтелмәҫ тә һәм кисектерелмәҫ тә.
86. Һәм Аллаға тиңдәш тотҡан кешеләр үҙҙәренең тиңдәш тотҡан нәмәләрен күргәс: «Раббыбыҙ! Былар беҙҙең Һинән башҡа табынған тиңдәштәребеҙ»,— тип әйтерҙәр. Әммә тегеләр уларға: «Һеҙ ялғансылар!»— тип һүҙ ташлар.
87. Һәм улар ул саҡта Аллаға бирелеүҙе тәҡдим ҡылырҙар, һәм уларҙан ялған уйлап сығарғандары йәшеренер.
88. Иман килтермәгән һәм Алла юлынан яҙған кешеләргә боҙоҡлоҡ таратҡандары өсөн ғазап өҫтөнә ғазап арттырасаҡбыҙ.
89. Һәм ул көндө Беҙ һәр халыҡҡа үҙҙәре араһынан үҙҙәренә ҡаршы шаһит ебәрербеҙ, һәм һине ошоларға ҡаршы шаһит итеп ебәрербеҙ. Һәм Беҙ һиңә барлыҡ нәмәне аңлатыу өсөн, тура юл һәм рәхмәт итеп, мосолмандарға һөйөнсө итеп китапты иңдерҙек.
90. Ысынлап та, Алла ғәҙел булырға һәм изгелек ҡылырға, һәм яҡындарға бүләк бирегә ҡуша, һәм зина ҡылыуҙан, һәм тыйылған эште эшләүҙән, һәм кешеләргә йәбер-золом ҡылыуҙан тыя. Алла һеҙҙе өгөтләй — моғайын, һеҙ аҡылға килерһегеҙ!
91. Һәм Алла менән килешеүҙе дөрөҫ үтәгеҙ, нығытҡандан һуң анттарығыҙҙы боҙмағыҙ: һеҙ Алланы үҙегеҙ өсөн яуап биреүсе иттегеҙ. Ысынлап та, Алла һеҙ эшләгән нәмәләрҙе белә!
92. Һәм иләгән ебен нығытҡас, кире һүткән ҡатын кеүек булмағыҙ, һеҙ үҙегеҙҙең антығыҙҙы үҙ-ара алдауға әйләндерәһегеҙ, сөнки бер халыҡ икенсеһенә ҡарағанда күп һанлыраҡ. Бының менән Алла фәҡәт һеҙҙе һынай һәм ҡиәмәт көнөндә Ул һеҙгә нимә тураһында бәхәсләшкәнегеҙҙе әйтер.
93. Әгәр Алла теләһә, Ул һеҙҙе бер өммәт итер ине, әммә Ул теләгән кешене юлдан яҙҙыра, теләгән кешене тура юлға күндерә, һәм, һеҙ ҡылған эштәрегеҙ тураһында һораласаҡһығыҙ.
94. Ныҡ баҫҡандан һуң аяғығыҙ таймаһын өсөн антығыҙҙы үҙ-ара алдашыуға әйләндермәгеҙ, юғиһә, Алла юлынан ситләшкәнегеҙ өсөн яманлыҡ татырһығыҙ, һәм һеҙгә бөйөк ғазап булыр.
95. Һәм Алла менән булған үәғәҙә бәрәбәренә аҙ хаҡ алма. Ысынлап та, әгәр белһәгеҙ, Алла ҡаршыһында булған нәмә һеҙҙең өсөн яҡшы!
96. Һеҙҙең ҡаршығыҙҙа булған нәмә бөтәсәк, ә Алла ҡаршыһындағы нәмә ҡаласаҡ. Сабырлыҡ күрһәткәндәргә әжерҙәрен эшләгәндәренә ҡарағанда ла яҡшыраҡ итеп бирербеҙ.
97. Ирҙән һәм ҡатындан изге эш эшләгән кешеләрҙе, улар иман килтергән булһа, яҡшы тормош менән тереклек иттерербеҙ, һәм эшләгәндәренә ҡарағанда ла яҡшыраҡ әжер бирербеҙ.
98. Ҡөрьән уҡыған саҡта һин таштар менән атылып һөрөлгән шайтандан һыйыныуҙы Алланан һора!
99. Ысынлап та, иман китергән һәм Раббыларына тәүәккәлләгән кешеләр өҫтөнән Уның һис хакимлығы юҡ.
100. Уның хакимлығы уны дуҫ иткән кешеләр өҫтөнән генә һәм Аллаға тиңдәш тотҡан кешеләргә генә.
101. Беҙ бер аятты икенсе аят менән алмаштырған саҡта — ә Алла Үҙенең нимә иңдергәнен яҡшыраҡ белә,— улар: «Һин уйлап сығарыусы ғына бит!» — тиҙәр. Эйе, уларҙың күбеһе белмәй!
102. «Иман килтергән кешеләрҙе нығытыу өсөн мосолмандарға тура юл һәм һөйөнсө итеп уны хаҡлыҡ менән Раббыңдан изге Рух иңдерҙе»,— тип әйт.
103. Һәм Беҙ уларҙың: «Уны кеше генә өйрәтә бит»,— тигәндәрен дә беләбеҙ. Улар күрһәткәндең теле сит тел, ә был — асыҡ ғәрәп теле бит.
104. Ысынлап та, Алланың аяттарына иман килтермәгән кешеләрҙе Алла тура юлға күндермәҫ, һәм уларға интектергес ғазап!
105. Алланың аяттарына иман килтермәгән кешеләр бары ялғанды ғына уйлап сығара, һәм улар алдаҡсы.
106. Иман килтергәндән һуң Аллаға кафыр булып кафырлыҡҡа күкрәген асҡандарға,— күңеле иманда тыныс булып быны мәжбүри рәүештә эшләгәндәрҙән башҡа,— Алланың асыуы, һәм уларға — бөйөк ғазап.
107. Был — ахирәткә ҡарағанда донъя тереклеген нығыраҡ яратҡандары өсөн, һәм Алла иман килтермәгән кешеләрҙе тура юлға күндермәгәнлектән.
108. Ошолар — Алла уларҙың күңелдәренә һәм ҡолаҡтарына һәм күҙҙәренә ҡорма ҡорған кешеләр, һәм улар — битарафтар,
109. һис шикһеҙ улар ахирәттә зыян күреүселәр.
110. Шунан һуң Раббың, фетнәләнгәндән һуң йорт-ерҙәрен ташлап китеп көрәшеүселәргә һәм сабырлы булғандарға, ысынлап та, Раббың бының һуңынан ярлыҡаусы, рәхимле,
111. һәр йән үҙ-үҙен генә һаҡлап килгән көндө, һәм [ул көндө] һәр йәнгә эшләгән эше өсөн теүәл бирелер, һәм улар йәберләнмәҫ.
112. Алла тыныс һәм имен йәшәгән бер ҡаланы мәҫәл итә: уға һәр яҡтан ризығы мул килә, әммә ул ҡала Алланың ниғмәттәрен таныманы. Быны ҡылған эштәре өсөн, Алла уларға аслыҡ һәм ҡурҡыу кейемен татытты.
113. Һәм уларға үҙҙәренән рәсүл килде, улар уны ялғанда ғәйепләнеләр һәм уларҙы ғазап тотто, һәм улар залим булдылар.
114. Алла хәләл һәм яҡшы итеп һеҙгә ризыҡлаған нәмәләрҙе ашағыҙ, һәм, әгәр Аллаға ғибәҙәт ҡыла торған булһағыҙ, Уның ниғмәтенә шөкөр итегеҙ!
115. Ул һеҙгә үләкһәне һәм ҡанды, сусҡа итен һәм һуйған саҡта Алланан башҡаның исеме әйтелеп һуйылғанды харам ҡылды. Әгәр берәй кеше енәйәтсе һәм сиктән уҙыусы булмайынса [ашарға] мәжбүр булһа, ул уаҡытта Алла ярлыҡаусы, рәхимле!
116. Аллаға ялған һөйләү өсөн «Был рөхсәт ителгән, был—тыйылған»,— тип, телегеҙ тасуирлаған ялғанды әйтмәгеҙ. Ысынлап та, Аллаға ялған яғыусылар бәхетле булмаҫ!
117. Ләззәтләнеү ҡыҫҡа, ә уларға — интектергес ғазап.
118. Ә йәһүд динендә булған кешеләргә Беҙ һиңә алда һөйләнгән нәмәләрҙе тыйҙыҡ. Беҙ уларҙы йәберләмәнек, улар үҙ-үҙҙәренә золом ҡылдылар.
119. Шунан, ысынлап та, Раббың наҙанлыҡ арҡаһында насарлыҡ эшләгән кешеләргә, әгәр тәүбәгә килһәләр һәм унан һуң яҡшы эштәр эшләһәләр, ысынлап та, Раббың бынан һуң ярлыҡаусы, рәхимле!
120. Ысынлап та, Ибраһим өммәт булды, Аллаға буйһоноусы һәм хәниф булды, һәм күп илаһтарға табыныусыларҙан булманы.
121. Уның ниғмәтенә шөкөр ҡылыусы булды; Ул уны һайланы һәм тура юлға күндерҙе.
122. Һәм Беҙ уға был донъяла изгелек бирҙек һәм, ысынлап та, ул ахирәттә лә изгеләрҙән буласаҡ!
123. Унан Беҙ һиңә үәхи ҡылдыҡ: «Хәниф Ибраһим мәҙһәбенә эйәр, ул күп илаһтарға табыныусыларҙан булманы.
124. Шәмбе көн уның тураһында бәхәсләшкән кешеләр өсөн генә билгеләнде, һәм, ысынлап та, Раббың уларҙың нимә тураһында бәхәсләшкәндәрен ҡиәмәт көнөндә хөкөм итер.
125. Алла юлына хикмәт һәм күркәм өгөт менән саҡыр, һәм улар менән яҡшырак нәмә тураһында һүҙ көрәштер! Ысынлап та, Раббың — Ул кемдең юлдан яҙғанын да, кемдең тура юлдан барғанын да яҡшыраҡ белә!
126. Һәм, әгәр һеҙ яза бирә торған булһағыҙ, һеҙгә бирелгән яза менән язалағыҙ. Әгәр һеҙ сабырлыҡ күрһәтһәгеҙ, был сабырлыларға яҡшы.
127. Һәм сабыр ит, һинең сабырлығың фәҡәт Алла менән бит, улар өсөн ҡайғырма, уларҙың мәкерҙәре арҡаһында ҡыйынлыҡта булма!
128. Ысынлап та, Алла тәҡүәлеләр һәм изгелек ҡылыусылар менән!»