Category:Гөлнур Яҡупова

Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Якупова 1948 йылдың 24 июнендә Башҡортостандың Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Шәғирә, яҙыусы. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы азаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сәйетбаба урта мәктәбен, Салауат педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Ғафури район газетаһында әҙәби хеҙмәткәр, мөхәррир урынбаҫары булып башлай. 1986 йылдан "Башҡортостан ҡыҙы" журналында эшләй. 1991 йылдан — «Ағиҙел» журналының яуаплы сәркәтибе.

Тулы мәҡәләне Башҡорт Википедияһында уҡығыҙ.