Башбит/Бөгөнгө анонстар/2015/08



 -  2015 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53



Айыу ниңә ҡыш өңөнән сыҡмай?



 Ҡойроҡһоҙ ҡалған айыу урманда төлкөгә тап булған. Төлкө:
— Ни булды, айыу ағай? Ниңә бойоҡ йөрөйһөң? — тип һораған.
Айыу хәлде һөйләп биргән. Төлкө, уҫал айыуҙан ҡотолор өсөн, былай кәңәш биргән:
— Йәй көнө, урман япраҡлы булғанда, һинең ҡойроҡһоҙ икәнеңде күрмәҫтәр. Ә япраҡтар ҡойолғас ни эшләрһең? Һинән бөтә йәнлектәр көләсәк. Шулай булғас, һин өң ҡаҙ ҙа ҡыш буйы шунда ят. Өңдән яҙ еткәс кенә сығырһың.
Шунан бирле айыу көҙ өңөнә инә лә ҡыш буйына йоҡлай икән.

 


Жәлил Кейекбаев әкиәте

Балалар өсөн әҫәрҙәр