Яман атҡа менгәнсе,
Йәйәү йөрө талғансы,
Яман ҡатын алғансы,
Буйҙаҡ йөрө ҡанғансы.
Егет менән ҡыҙ бер-береһенә, бергә йәшәйек, матур ғаилә ҡорайыҡ, тип әйтер алдынан, йәғни тормоштағы яуаплы аҙымды яһар алдынан, тойғоларының ныҡлығына инанырға тейеш.
Был китапты, мин, үҙ туғандарым, дуҫ-иштәремдең, туйҙар, тыуған көндәр үткәреү тәжрибәһенә таянып, Силәбе башҡорттарының көн итешенә нигеҙләнеп яҙҙым. Китапта әҙәби әҫәрҙәр ҙә ҡулланылды (ҡайһы берҙәре үҙгәртеп алынды), шулай уҡ халыҡ араһындағы популяр йырҙарға мөрәжәғәт ителде. Башҡорт халҡының төрлө төбәктәрендә туйҙар (никах туйы, бәпес туйы, һырға туйы) төрлөсә уҙа, ә был китапта иһә мин үҙемә билдәле бер вариантты ғына биреүҙе хуп күрәм. Шуға күрә, хөрмәтле уҡыусылар, был варианттан айырылып торған һеҙгә мәғлүм туй йолаларын ҡыйынһынмайынса, миңә түбәндәге адрес менән яҙып ебәреүегеҙҙе үтенәм:
456324, г. Миасс-24,
ул. Вернадского, д. 32, кв. 23.
Хайдарову Хакимьяну Хайдаровичу.