Викикитапхана:Анонстар/2015/05


 -  2015 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


Асияның ҙур булғыһы килә|

Асияның әсәһе кеүек ҙур булғыһы килә. Ҙур булһа, ҡара таңдан балалар 

баҡсаһына йөрөмәҫ ине. Берәү ҙә уға "был ярамай", "теге ярамай" тип гел генә әйтеп тормаҫ ине. Асия ошо теләген әйткәйне, әсәһе риза булды ла ҡуйҙы: -Әйҙә һуң, һин әсәй бул, ҡыҙым,-тине.

Был донъяның мөғжизәһе, сере бөткәнме ни? Асия әсәһенең әрлегә тигән күлдәген кейгәйне, Зөлфиә апайға әйләнде лә ҡуйҙы. Ул күлдәкте былтыр Ҡыш бабай бүләк иткәйне шул. Берәй тылсымы барҙыр инде был ебәк күлдәктең. Ә әсәһе, киреһенсә, Асия булып китте. Мөғжизә, тиһәң дә, мөғжизә!

Әсәй кеше ни эшләргә тейеш һуң әле?Ял көнө бит. Асия башта ғаиләгә иртәнге сәйҙе эсерҙе. Сынаяҡ-маҙарҙы йыуғас, төшкөлөккә аш һалды. Урамдағы колонканан өйгә һыу ташыны. "Уф, аяҡтарым талды",-тип, ял итеп алырға уйлағайны ла, мунса яғырға кәрәклеге иҫенә төштө.

Мунсаны яғып ебәргәс, ғаиләгә төшкө аш ашатты. Ҡашығаяҡты йыуҙы. Телевизор ҡарарға булғайны ла, бәй, кер йыуырға кәрәк. Асия инде шул тиклем арығайны, керҙәрен йылғаға сайҡарға барғас, баҫманан йығылды ла төштө. Иларға уйлағайны ла, әсәһенең бер ҡасан да күҙ йәшен күрһәтмәгәне иҫенә төштө.

Ҡош-ҡортто ла ашатмаған. Ана, Аҡбай ҙа асыҡҡан. Өрә лә өрә. Кисен мунса инергә хәле ҡалмағайны инде уның. Шуға әсәһенең күлдәген сисеп ырғытты ла тағы бәләкәс кенә ҡыҙға әйләнде. Зөлфиә апай уны мунсала йыуындырҙы, сабындырҙы. Сыҡҡас, мәтрүшкәле сәй эсерҙе. Асия рәхәтләнеп йоҡлап китте. |2003 йыл

Зәкиә Хәбибуллина әҫәрҙәре