Башбит/Бөгөнгө анонстар/2016/03

 -  2016 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


Тыуып үҫкән илкәйемде ташламам, тигән инем

Олораҡ быуын вәкилдәренән "Әҙәм балаһын ризыҡ йөрөтә, ейәһе ризығының ҡайҙа сәселгәнен берәү ҙә белмәй", йәки "Яҙмыш бәндәне ҡайҙа ғына ташламай" тигән һүҙҙәрҙе йыш ишеткәнебеҙ бар. Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, моғайын да, ситкә кейәүгә бирелгән ҡыҙҙар, йәиһә тыуған илен һаҡлап, яу сапҡан ир-егеттәр яҙмышы күҙ уңында тотолғандыр. Тыныс, имен тормошта тыуған ереңде ташлап, үҙ теләгең менән ҡайҙалыр сит илгә сығып китеүҙе башына ла индермәгәндер өләсәй-олатайҙарыбыҙ.

Бөгөн ситкә сығып китеүҙең төрлө сәбәптәре бар. Берәүҙәрҙе, бигерәк тә йәштәрҙе, заманса белем алыу уйы ылыҡтырһа, икенсе берәүҙәре - балалар үҫтереү һәм уҡытыу, өсөнсөләре матди байлыҡ арттырыу йәки сәйәхәт итеү, донъя күреү уйы менән ситкә юллана. Ситкә эшкә йөрөүселәрҙең йылдан-йыл арта барыуын уйлаһаң, ирекһеҙҙән сит ил тормошон үҙебеҙҙеке менән сағыштыра башлайһың. Ысынлап та, ситтә барыһы ла яҡшымы һуң, әллә инде "Фәлән ерҙә алтын бар, барһаң, баҡыры ла юҡ", тигән һүҙ дөрөҫөрәкме? Хәйер, нимәнелер баһалар өсөн бөгөнгө тормошто 90-сы йылдар менән сағыштырып ҡарау ҙа етә. Үҙгәрештәрҙе танымау мөмкин түгел. Зарланырға яратыу әллә ҡаныбыҙға һеңеп бара, әллә кешенең нәфсе тигәне йылдан-йыл аҙа барамы? Аҡса юҡ, тигән һүҙҙе өс ҡатлы һарайҙай йорт төҙөп ултыртҡаны ла, диңгеҙ буйынан ҡайтып инә белмәгәне лә, атай-олатайҙарҙың төшөнә лә инмәгән затлы машинала елдергәне лә ҡабатларға ярата. "Уй-й, аҡса юҡ та ул", "Ваҡыт юҡ бит", тиеүҙең дә ғәҙәтебеҙгә инеп киткәнен һиҙмәй ҡалғанбыҙ. Шуныһы ғәжәп, үҙебеҙҙекеләр Себер, сит ил тарафтарын тапағанда, нимә өсөн башҡалар беҙгә ағыла һәм тамырҙарын нығыта һуң?

Республикабыҙҙың социаль-иҡтисади хәле лә бер урында ғына тормағандай. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2010 йылдан алып сәнәғәтебеҙ 4 тапҡырға үҫкән, эре-эре инвестицион проекттар тормошҡа ашырыла, улар арҡаһында яңы эш урындары асыла. Киләһе йылға уртаса эш хаҡының 28 мең 400 һумға етеүе фаразлана. Хәлебеҙ артыҡ мөшкөл, тиһәк, Ҡырымға, Луганск халҡына ярҙам иттек, әллә күпме гуманитар йөк оҙаттыҡ, Белогорск районын шефлыҡҡа алдыҡ.

Илебеҙгә төрлө ҡурҡыныстар йыш янап торған. Тик бындай ауырлыҡтарға ла хәҙер иммунитет барлыҡҡа килгән. Шуға күрә, банан, әфлисун урынына картуф менән балан ашап өйрәнгән ватандаштарыбыҙҙың санкцияларға ла артыҡ иҫе китмәне. Кем өсөндөр бер тәмен тойған ризыҡтан баш тартыу ҡыйыныраҡ булыр, әлбиттә. Тик артыҡ зыян юҡ, киреһенсә, сит илдекенә алмашҡа үҙебеҙҙекен үҫтереү өсөн хөкүмәт тә ауыл хужалығына йөҙ менән боролдо. Мәҫәлән, 2010 йылда агросәнәғәт комплексындағы инвестициялар 4 млрд һум тәшкил итһә, былтыр ул 7,3 млрд-ҡа барып баҫҡан. Аграрийҙарға ярҙам йөҙөнән йыл һайын 6 млрд һум бюджет аҡсаһы бүленә.....д а у а м ы...


Эльза Мөхәмәҙиева мәҡәләләре...