Башбит/Бөгөнгө анонстар/2016/23

 -  2016 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповҡа – 70 йәш

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов хаҡында бер кәлимә яҙырға ниәтләгәс, Максим Горький тураһында замандаштары ҡалдырған бер хәтирәне иҫкә төшөрҙөм. Ул моряктар менән осрашыуға бара. Һүҙ бирелгәс, бер ни әйтә алмай һәм: «Һеҙгә арнап берәй хикәйә яҙырмын», – тигән һөйләм менән сикләнә. Тимер ағайҙы хәтерләтте миңә ошо ҡылыҡ. Ул да, ижады хаҡында уңлы-һуллы һөйләп, һәр ерҙә үҙен пропагандалап, әҙәпһеҙлек күрһәтеп, һәр урынға тығылып йөрөй торған әҙиптәрҙән түгел. Уның тураһында ижады, бигерәк тә шиғырҙары һөйләй. Шәхсән үҙемә һуғыш осорон күргән, унан һуңғы михнәттәрҙе үҙ иңендә татыған быуын вәкиленең тотош ил, халыҡ әсенеүен, һыҙланыуын халыҡсан образдар аша бирә алыуы яҡын.

Быуындары нығынмаған малайҙарҙың йәшәп өлгөрмәҫ элек ҡартайыуын, ҡатындарҙың һөйөү тулы күҙҙәренән һағыш, юҡһыныу, мәңгелек юғалтыу йәштәре тамыуын, ҙур яуҙан һуң ерҙең үҙенең яраларына түҙә алмай һыҡрауын күрәм, тоям Тимер ағайҙың шиғырҙарында. Салауат батырға, азатлыҡ рухына арналған шиғырҙары афоризм кеүек иҫтә ҡала. Кемдәр генә белмәй хәҙер «Тыуған йылы ғына була уның, үлгән йылы булмай батырҙың» тигән юлдарҙы? Гәзит-журналдарҙа тотош мәҡәләләр, махсус биттәр ошо юлдар менән аталды. Ә улар Тимер Йосоповтың тарихсыларға мөрәжәғәт, тотош халыҡҡа, кешелеккә өндәшеү рәүешендә яҙылған шиғырынан алынған. ....д а у а м ы...


Лариса Абдуллина...