Башбит/Бөгөнгө анонстар/2016/36

 -  2016 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың «Шура» журналы биттәрендәге публицистикаһы

Башҡортостанда милли матбуғат мәсьәләләре XIX быуат урталарында уҡ ҡуйыра башлай. 1881 йылда М.Өмөтбаев халыҡтың земство гласныйы булараҡ, уның етенсе сессияһында: «хөкүмәт алдына уҡыу әсбаптарын татарсаға тәржемә итеп баҫтырыуҙы, милли телдә газеталар, география һәм тарих карталары сығарыуҙы хәл итеүҙе юллап һорайым», - тип сығыш яһай [6;295]. Мәғрифәтсе хатта милли газетаның программаһын да әҙерләй, газета сығарыу хыялын йөрөтә. 80-се йылдар аҙағында был идеяны ғалим Р.Фәхретдинов күтәреп сыға, Урал һәм Волга буйы мосолмандарының баҫмаһы проектын әҙерләй. Был документ та архивҡа оҙатыла.

Рәсәй хөкүмәтенең 1905 йылдың 17 октябрендә сығарған Манифест нигеҙендә «сәйәсәт, һүҙ, намыҫ, йыйылыштар һәм ойошмалар азатлығы» иғлан ителә. Шуға күрә лә, егерменсе быуат башында Рәсәй журналистикаһы үҫеш осорон кисерә: партиялар, шәхси эшҡыуарҙар төрлө йүнәлешле баҫмаларҙы сығарыу мөмкинлегенә эйә була. Был йәнлелек башҡорт мөхитен дә урап үтмәй. Шәкир һәм Зәкир Рәмиевтар беҙҙең регионда матбуғат эшен яйға һала. д а у а м ы...


Наилә Әхмәтйәнова мәҡәләләре...