Башбит/Бөгөнгө анонстар/2016/34

 -  2016 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


Болотто ҡайҙа яһайҙар?


Болотто ҡайҙа яһайҙар?

Кинйне ошо һорау борсой.

Ҡышҡыһын ул бабаларына ҡалаға ҡунаҡҡа килде. Автобуста йоҡомһорап килгәнгәме, юлда ул мөғжизәне күрмәгән ине. Оҙон- оҙон мөрйәләрҙән ап -аҡ болоттар сыға. Үҙе лә һиҙмәҫтән атаһынан:

-Болотто ошонда яһайҙармы әллә?- тип һораны. Атаһы көлөмһөрәп ҡуйҙы ла:

-Барғас бабайыңдан һорарһың, ул шунда эшләй,- тине. Бабаларының тәҙрәһенән дә күренеп тора икән, “болот эшләүсе” торбалар. Сәй эсеп алғас, атаһы:

-Баянан бирле тәҙрәнән күҙеңде алмайһың, һора- һора бабайыңдан,- тине лә икенсе бүлмәгә сығып китте.

-Нимә һорарға иткән инең, Кинйә улым, тине бабаһы, янына килеп ултырып. Һора, инде һиңә 5 йәш тә тулып килә, шулаймы? -Эйе, бабай, миңә йәйгә биш йәш була.

- Бабай, һин ҡайҙа эшләйһең? Атайым һине анау торбалар торған ерҙә эшләй тигән ине лә.

-Шунда эшләйем шул, нимә һорарға иткән инең.

-Ә һеҙ болоттар эшләйһегеҙме?

- Юҡсы. Уны кем әйтте?-тине бабаһы аптырап.

-Бәй, ана бит, ап- аҡ болоттар сыға, -тине бармағы менән тәҙрәнән күренеп торған торбаларға күрһәтеп.

- Юҡ, улым, беҙ яҡтылыҡ эшләйбеҙ. Электр энергияһы. Ҡаланы йылытабыҙ. Һеҙҙә, ауылда газ яғып өй йылытаһығыҙ. Ә бит бында ошо хәтле өйҙәрҙе, һәр кеше үҙе йылыта алмай. Ә ул торбанан сыҡҡан болоттар – быу. Аш бешергәндә, сәй ҡайнатҡанда сыҡҡан быуҙарҙы күргәнең барҙыр. Бына шул инде. Бында ҡаҙандар ҙур, шул ҡаҙандарҙа һыу ҡайнатабыҙ ҙа, ҡала фатирҙарына ебәрәбеҙ. Өйҙәр йылына. Шулай уҡ ошо быу, яҡтылыҡ та эшләп сығара. Ошо яҡтылыҡ энергияһы бөтә нәмәне эшләтә. Унһыҙ йәшәүе ҡыйын булыр ине. Уның менән өйҙө яҡтыртабыҙ, кер йыуабыҙ, үтекләйбеҙ. Телевизор, компьютер, кеҫә телефондары – һәр нәмәлә унһыҙ эшләмәй, тиерлек.

-Ә улайһа болотто ҡайҙа яһайҙар икән?- тине лә Кинйә атаһы янына сыҡты.д а у а м ы...


Азат Хәлилов әҫәрҙәре...