Башбит/Бөгөнгө анонстар/2016/39

 -  2016 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


Болотто ҡайҙа яһайҙар?

Донъяла киң билдәле виртуаль энциклопедияның туған телебеҙҙәге бүлеге үҙенең башҡорт мөхитенең айырылғыһыҙ өлөшө булыуын көндән-көн нығыраҡ раҫлай. Википедия ирекмәндәре телебеҙҙең ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү, милләтебеҙҙе һәм республикабыҙҙы халыҡ-ара кимәлдә танытыу йәһәтенән маҡсатлы эш алып бара. Бер туҡтауһыҙ тулыланған интернет-белешмәлә уның айырып күренерлек үҙ йөҙө, һиҙелерлек ҡаҙаныштары бар. Был тәү сиратта һаны 36 меңдән артып киткән мәҡәләләр күплегендә сағыла. Һәр тел бүлегендә мотлаҡ булырға тейеш “1000 мәҡәлә” проекты буйынса “БашВики”ның ағымдағы урыны 47-се булһа, үҫеш темпы буйынса ул беренсе-икенсе баҫҡыстан төшкәне юҡ. Түбәндә һүҙ был ҡаҙаныштарҙы яулауға һиҙелерлек өлөш индергән милләттәштәребеҙ хаҡында. Ижади эш менән шөғөлләнеүселәр булараҡ, уларҙы хаҡлы рәүештә һөнәрҙәштәребеҙ тип нарыҡларға ла була бит!


Әйҙәүселәр

edit

Ирекле интернет-энциклопедияның тарихы 2001 йылдың 15 ғинуарынан башлана. Нәҡ шул көндә инглиз телендә ойошторолған Википедияның бөгөн 288 үҙаллы бүлеге бар. Башҡорт телендә­геһенә быйыл 11 йыл тулды. Ошо ваҡыт эсендә уның үҫешенә теге йәки был кимәлдә йоғонто яһаған меңәрләгән ирекмәндең һаны көндән-көн арта бара. Мөхәррирҙәр араһында төрлө һөнәр вәкилдәренең булыуы ыңғай күренеш. Бигерәк тә педагогия училищеларын, юғары уҡыу йорттарының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеттарын тамамлаусылар мәғлүмәт туплауға ҙур өлөш индерә. Республика гәзит һәм журналдарында, ҡала һәм район баҫмаларында, урындағы телевидение редакцияларында хеҙмәт һалған журналистарҙың да һуңғы ваҡытта был эшкә әүҙем ылығыуы ҡыуаныслы.

Википедия мөхәррирҙәре бер ниндәй түләү ҡаралмаған мәҡәлә яҙыу менән бары тик күңел ҡушыуы буйынса шөғөлләнә. Ирекмәндәрҙең күбеһе быға төп эштәренән, төрлө тормош һәм йорт-хужалыҡ мәшәҡәттәренән буш ваҡытын арнай. Йәмәғәт башланғысына нигеҙләнгән был эшмәкәрлекте дөрөҫөрәк баһалап, милләт бәҫен ҡайғыртыу тип әйтеү бер ҙә арттырыу булмаҫ.

Дөйөм ҡағиҙәләр буйынса, ирекле энциклопедияны төҙөүҙә ҡатнашыусылар барыһы ла тигеҙ хоҡуҡлы. Улар араһында махсус билдәләнгән етәкселәр юҡ. Бары тик күберәк тәжрибә туплаған айырым мөхәррирҙәргә тотош эште күҙәтеү, башҡаларға һүҙ менән һәм ғәмәли ярҙам күрһәтеү бурыстары йөкмәтелгән. Уларға “администратор”, икенсе төрлө әйткәндә, “хаким” вазифалары бирелгән. д а у а м ы ...