Башбит/Бөгөнгө анонстар/2016/35

 -  2016 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


Таныпҡа йән өрә Ҡайынлыҡ

Гәрәй ырыуы тамғаһы

Гәрәй ырыуы башҡорттары төйәк иткән Яңы Ҡайынлыҡ – райондағы иң ҙур, төҙөк һәм күркәм ауылдарҙың береһе. Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәновтың һәм төрлө тармаҡтағы тырыш хеҙмәте менән ҙур ихтирам ҡаҙанған, маҡтаулы исемдәр, баһалар алған бихисап арҙаҡлы шәхестең тыуған ере булыуы менән дә билдәле ул.

Районда йәшәгән башҡорттарҙың күпселек өлөшөн гәрәйҙәр тәшкил итә. Уларҙың аҫаба ерҙәре – Ағиҙел йылғаһының түбәнге яғында. Күренекле ғалим Әнүәр Әсфәндиәров «Башҡортостан ауылдары тарихы» тигән китабында билдәләгәнсә, XVIII быуат урталарында был биләмәлә Ҡайын-Гәрәй (Ҡангәрәй) исемле ауыл урынлашҡан була. 1795 йылдағы рәсми ҡағыҙҙарҙа ул Ҡайынлыҡ атамаһы менән бирелгән, бындағы 22 йорт-хужалыҡта 133 кеше йәшәгәнлеге теркәлгән. Артабан халыҡ һаны бермә-бер арта. Әйтәйек, 1859 йылда бындағы 103 хужалыҡта 293 ир-ат һәм 303 ҡатын-ҡыҙ көн иткәне хаҡында мәғлүмәт бар.

Ауылдың аҫаба башҡорттары XIX быуаттың икенсе яртыһында Яңы Ҡайынлыҡҡа нигеҙ һала. Һыуы бер ҡайҙа ла аҡмағанға күрә, «Үле Танып» тип аталған йылға буйын һайлай улар. Архив мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, ауыл 1905 йылда волость үҙәге була. Ундағы 154 йортта 879 аҫаба халыҡ вәкиле ғүмер итә. 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны Рәхмәтулла Фәйзулла улы Сабаков атлы....д а у а м ы...


Ансар Нуретдинов мәҡәләләре...