Башбит/Бөгөнгө анонстар/2016/11

 -  2016 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


Сик буйында төбәк данын һаҡлай

Йәнәй ырыуы тамғаһы

Ағиҙел йылғаһының Камаға ҡойған, туғандаш Башҡортостан, Татарстан һәм Удмурт республикалары сикләшкән ерҙә, райондың көнбайышында ятҡан Сауыҙбаш ауылына быуат ярым самаһы элек Йәнәй ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған һәм уға яҡындағы күл исемен биргән. Тарихи сығанаҡтарҙан төйәктең тәүге атамаһының Яңы Йәнәй булыуы ла билдәле. Кама аръяғында йәшәгән урыҫтар иһә ауылды, халҡы башлыса һарыҡ ите менән һыйлағанлыҡтан, Барановка тип тә йөрөткән.

1902 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Сауыҙбаштағы 125 йортта 334 башҡорт ир-аты ғүмер иткән. 1917 йылда үткәрелгән Дөйөм Рәсәй ауыл хужалығы һәм ер иѕәбен алыуҙа 176 йортта – 934 башҡорт, ике йортта – һигеҙ урыҫ һәм бер хужалыҡта типтәрҙәрҙән ике кеше йәшәүе теркәлгән. 1961 йылда нәшер ителгән “Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше” исемле белешмә-китапта, шул йылдың 1 ғинуарына ауылда 742 башҡорт йәшәй, тип күрһәтелгән. Баҫманың 1981 йылғы сығарылышында ла “Ҡыҙыл таң” колхозына ҡараған Сауыҙбашта башҡорттар йәшәүе телгә алына. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыуға килгәндә иһә 451 кеше теркәлгән. Бөгөн 190-ға яҡын йорт-хужалыҡта йәшәүселәрҙең һаны 480-дән ашыу.

Совет осоронда Сауыҙбаш хәлле һәм ныҡлы хужалыҡтан иҫәпләнгән “Ҡыҙыл таң” колхозының үҙәге була. Тәбиғәт шарттары әллә ни иркәләмәһә лә, тейешле иғтибар бирелеп, етерлек көс түккәнлектән, малсылыҡ та, игенселек тә йылдам алға барған. Ауыл кешеләренең күбеһе ярты быуат элек үк үҫеш юлына баҫҡан нефть һәм газ сығарыу предприятиеларында эшләгән. Бәғзеләр, 40 саҡрымда ғына ятҡан Нефтекамала төпләнеп, ҡала халҡын арттырған. Атом электр станцияһы төҙөлә башлаған Ағиҙел дә үҙенә ....д а у а м ы...


Ансар Нуретдинов мәҡәләләре...